Обычный вид

Яңылыҡтар

02.10.2018 17:59:00

Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Ғаилә эшҡыуарҙары форумында сығыш яһаны

2 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Уңышлы ғаилә – уңышлы Рәсәй!» ғаилә эшҡыуарлығы форумында сығыш яһаны һәм «Ғаилә-Бизнес-Дәүләт: уңышлы партнерлыҡ нигеҙҙәре» майҙансығында ҡатнашты.

Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған форум эшендә федераль һәм төбәк власть органдары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарлыҡ, эксперттар берләшмәһе, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, шулай уҡ илдең бөтә төбәктәренән ғаиләләр ҡатнаша.

— Бөтә Рәсәйҙәге Ирекмән (волонтер) йылы менән бер рәттән беҙҙә Башҡортостанда Ғаилә йылы уҙа, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ғаилә – ул йәмғиәттең нигеҙе. Ул дәүләт нигеҙе. Ғаиләгә, ғаилә йолаларына ҡарата иғтибарлы, дөрөҫ, яҡшы мөнәсәбәтһеҙ бер нимәгә лә ирешеп булмай.

Республика Башлығы ҡатнашҡан Ғаилә-Бизнес-Дәүләт: уңышлы партнерлыҡ нигеҙҙәре» майҙансығы ғаилә бизнесын үҫтереү, уға ғәҙел һалым һалыу мәсьәләләренә, ошо эшҡыуарлыҡ йүнәлешенең практик аспекттарына арналды.

Төбәк етәксеһе республикала ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙам тураһында һөйләне.

— Был йәһәттән беҙ, бәлки, башлап юл ярыусы булып торабыҙҙыр. Башҡортостан Республикаһында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторолдо. Һәр муниципалитетта ошо биләмәлә ғаилә сәйәсәте идаралығы булдырҙыҡ, — тип һөйләне Башҡортостан Башлығы. — Әгәр башта имен булмаған ғаиләләрҙең мәсьәләләре менән генә шөғөлләнһәк, улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп, хәҙер эшмәкәрлекте күбеһенсә ыңғай нигеҙҙә булдырабыҙ. Ул иһә эшҡыуарлыҡ, үҫеш менән шөғөлләнергә теләгән имен ғаиләләр менән эш.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикала ғаилә бизнесы төрҙәренең береһе булып умартасылыҡ һанала. Шулай уҡ ғаилә эшҡыуарлығы миҫалы итеп, бер нисә ғаилә кооперацияны иҫәпләргә мөмкин.

— Беҙ был йүнәлеште хуплайбыҙ. Дотациялар, финанслау, кредиттар менән ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының уңышлы төбәге. Беҙҙә профицитлы бюджет. Беҙҙең бурыстар юҡ тиерлек һәм, әлбиттә, ярҙам итеү мөмкинлегебеҙ бар, — тип айырып әйтте республика Башлығы. — Беҙ ҙур юл башында. Килеп сыҡҡан тенденцияларҙы күрәбеҙ, эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Әлегә норматив документтар етмәй, шул иҫәптән ғаилә бизнесы буйынса. Беҙ юл башында. Әммә бергәләп, ошондай түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар ярҙамында беҙ хәл итеү юлын мотлаҡ табырбыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter