Обычный вид

Яңылыҡтар

02.10.2018 20:46:00

Рәсәй Президентының Йәмәғәтселек проекттары буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков менән эшлекле осрашыу

2 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Йәмәғәтселек проекттары буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков менән осрашты. Ул Өфөлә үткән III  Бөтә Рәсәй «көмөш» волентерҙары форумында ҡатнаша.

Осрашыуҙа шулай уҡ Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары – Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Баш хәрби-сәйәси идаралығы начальнигы Андрей Картаполов, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Бугаев, Ирекмән йылы дирекцияһы етәксеһе Ксения Разуваева, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты.

Сергей Новиков Өфөлә үткән форумды юғары баһаланы һәм уны уҙғарған өсөн республика етәксеһенә рәхмәтен белдерҙе.

– Бик яҡшы сара. Иң мөһиме, кешеләр бик ярҙамсыл. Был – кешеләрҙең үҙҙәренә бер нәмә лә һорамаған үҙенсәлекле категорияһы, – тине Сергей Новиков. – Был донъя күләмендә лә ирекмәндәр хәрәкәтенең сағыштырмаса яңы сегменты.

Рөстәм Хәмитов «көмөш» ирекмәндәр өсөн гранттар тапшырыу ҡарары тураһында хәбәр итте.

– Беҙ ирекмәнлектең мөһим һәм файҙалы икәнен күрәбеҙ. Киләһе йылда ошо хәрәкәт өсөн махсус гранттар бүлергә хәл ителде. Әлегә һүҙ уртаса сығымдар бүлеү тураһында бара. Ләкин улар менән дә эшләргә өйрәнеү, ихтыяжды аңлау зарур, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Был хәрәкәткә булышлыҡ итеү зарур. Беҙ әлеге мәсьәләлә илдә лидерҙар араһында булғанлыҡтан, һис шикһеҙ, ошондай майҙансыҡ булдырырбыҙ.

Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары Андрей Картаполов илдә һәм төбәктәрҙә «Юнармия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте үҫеше хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, бөгөн 267 мең кеше улар сафында һанала.

Осрашыу барышында һүҙ Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда Юнармия йортон, шулай уҡ 12-се инженер бригадаһы полигонында йәйге лагерь һәм  «Патриот» республика паркын булдырыу пландары тураһында барҙы.

– Башҡортостан Республикаһы һәр ваҡыттағыса алдынғы урындарҙы биләр тип ышанам, шул иҫәптән юнармия хәрәкәтендә, – тине Андрей Картаполов.

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Бугаев йәштәр менән алып барылған эш өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе.

– Күрһәткестәр яҡшы, республика  тотороҡло рәүештә илдә алдынғылар иҫәбендә. Төбәктәге ыңғай тәжрибә башҡа субъекттарға ла таратылһын ине, – тине Александр Бугаев.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter