Обычный вид

Яңылыҡтар

22.09.2018 18:33:00

Октябрьскийға эш сәфәре

22 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһына барҙы. Унда ул етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, ҡала етәкселеге менән биләмә үҫешен тикшерҙе.

***

Спутник ҡасабаһында Рөстәм Хәмитов «Октябрьсккоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһының баҫым резервуарҙары майҙансығында ҡаланың яңы һыу тәьминиәте системаһы эшмәкәрлеге менән танышты.  Төҙөлөш республиканың 100 йыллығына тамамланды.

Предприятие директоры Айҙар Иманғолов әйтеүенсә, быға тиклем ҡала Яҡшы һыу алыу ҡоролмаһының ер аҫты сығанаҡтарынан, шулай уҡ Татарстан биләмәһендә урынлашҡан ике һыу алыу ҡоролмаһынан һыу менән тәьмин ителде. Был схема эсәр һыу сифаты буйынса норматив күрһәткестәренә тап килмәгән. Шуға күрә яңы, заманса һыу тәьминәте системаһы төҙөргә ҡарар ҡабул ителгән.

Рөстәм Хәмитов яңы һыу тәьминәте системаһын төҙөүселәргә рәхмәтен белдерҙе һәм был хаҡта ҡала халҡы фекере менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, махсус тикшеренеүҙәр үткәрмәйенсә ла, һыуҙың сифаты күпкә яҡшырғанын күрергә мөмкин.

– Проблема бар ине: һыу етмәү – бер, өҙөклөктәр – ике, һыу сифаты бөтөнләй насар – өс. Бынан тыш, яңы биҫтәләр буйынса үҫеш булманы тиерлек, сөнки һыу етмәй ине, — тип йомғаҡланы республика Башлығы. — Хәҙер яңы һыу тәьминәте системаһын төҙөнөк. Ғөмүмән әйткәндә, 100 мең кеше йәшәгән ҡала өсөн яңы һыу алыу ҡоролмаһы – бөгөн бик һирәк осрай торған хәл ул. Ул беҙгә: беренсенән – сифат, икенсенән – тейешле күләмдәге һыу бирҙе, өсөнсөнән – барыһы ла замансалашты. Һөҙөмтәлә был инфраструктура ҡалаға оҙаҡ йылдар үҫешергә, алға барырға ярҙам итәсәк.

Төбәк етәксеһе яҡын ваҡытта ҡалаға канализация системаһын яңыртырға, яңы таҙартыу ҡоролмалары төҙөргә кәрәк тип айырып әйтте. Уның өсөн 1,5 миллиард һум талап ителә. Әле уҡ проект эшләү, тейешле документтар әҙерләү менән шөғөлләнергә кәрәк.

***

Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе нефть һәм газ скважиналары быраулағанда бөтә төр инженер-технологик хеҙмәттәр күрһәткән «Петротул» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығы эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятиеның төп заказсыларының береһе – «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте һанала.

Компания шулай уҡ ҡыя йүнәлешле һәм горизонталь скважиналар төҙөүҙе мәғлүмәти һәм техник-технологик яҡтан оҙатыу хеҙмәттәрен күрһәтә. Бының өсөн электр магнитлы элемтә каналы, шулай уҡ сит илдә етештерелгән гидравлик элемтә каналы системаһы менән үҙҙәре уйлап сығарған «Target» телеметрик системаһы файҙаланыла.

Башҡортостан Башлығы ҡорамалды, продукция өлгөләрен ҡараны, предприятие хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселеге менән әңгәмәләште, шул иҫәптән ERP-системаһын индереү мәсьәләһен өйрәнде.

— Унһыҙ булмай, материалдарҙы иҫәпкә алырға, ҡул ҡуйырға, планлаштырырға, системалаштырырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе «һаҡсыл етештереү» нигеҙәрен индереү юлдарын, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

Бынан тыш, төбәк Башлығы ҡала инфраструктураһын үҫтереү сиктәрендә «Петротул» компанияһы төҙөгән социаль объекттарҙа – 2 мең квадрат метр майҙанда балалар өсөн уйын майҙансығында һәм 130 тамашаға иҫәпләнгән яһалма ҡаплам менән футбол майҙанын ҡараны.

Рөстәм Хәмитов йәш футболсылар менән аралашты, шулай уҡ ҡалала төҙөләсәк социаль объекттар проекттары менән танышты. Улар иҫәбендә – көкөрт-водородлы дауахана, боҙ һарайы һәм бассейн.

Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев республика етәксеһе күрһәтмәһенә ярашлы дөйөм ҡулланыштағы комплекслы спорт майҙансыҡтарын төҙөү тураһында һөйләне. Ошондай майҙансыҡтар гимназиялар һәм мәктәптәр биләмәләрендә төҙөлгән. Бында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре яратҡан урам тренажерҙары ҡуйылған.

***

Октябрьскийҙа төбәк Башлығы шулай уҡ ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды. Унда ул ҡала халҡы, аҙыҡ-түлек етештереүселәр, эшҡыуарҙар менән аралашты. Рөстәм Хәмитов тәҡдим ителгән тауарҙарҙың төрлөлөгө, уңыш, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар менән ҡыҙыҡһынды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter