Обычный вид

Яңылыҡтар

21.09.2018 17:02:00

CIOFF президенты Филипп Боссан менән эшлекле осрашыу

21 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (CIOFF) президенты Филипп Боссан менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм CIOFF вәкилдәре ҡатнашты.

Яҡтар 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышын тикшерҙе. Һүҙ Фольклориадала ҡатнашыусыларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы йәшәтеү, транспорт тәьминәте, медицина оҙатыуы, туҡланыуҙы ойоштороу, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ошо ваҡиғаны республика һәм федераль киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, сит ил ҡунаҡтары өсөн визалар әҙерләү хаҡында барҙы. Бынан тыш, фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары, шулай уҡ төп сараларҙы ойоштороу майҙансыҡтарының варианттары тикшерелде.

CIOFF етәкселеге әйтеүенсә, йыл аҙағына тиклем Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы илдәрҙең исемлеге төҙөлөп бөтөргә тейеш. Филипп Боссан Башҡортостан делегацияһын  2019 йылда Сантьягола (Чили) үтәсәк 49-сы Бөтә донъя CIOFF конгресында ҡатнашырға һәм унда 2020 йылдағы Фольклориаданы үткәреү урыны булараҡ республика менән таныштырырға саҡырҙы.

– Беҙ ошо ваҡиғаға бик етди ҡарайбыҙ һәм Фольклориаданы иң юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн бөтә көстө һаласаҡбыҙ. Ошо эшкә республика Хөкүмәте, барлыҡ муниципалитеттар йәлеп ителгән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ үҙ өҫтөбөҙгә алған барлыҡ йөкләмәләрҙе үтәйәсәкбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter