Обычный вид

Яңылыҡтар

20.09.2018 18:17:00

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

20 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәр менән мәҙәниәт, социаль өлкә, архив эше мәсьәләләрен тикшерҙе.

Башҡортостан Милли музейының тыуған яҡ тарихы бүлеге мөдире Вера Макарова төбәк Башлығына К. Маркс урамында урынлашҡан республика Милли архивының боронғо тарихи корпусын һаҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Өфөлә йәшәүсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы Фәрит Әхмәҙиев башҡорт теленән руссаға һәм рус теленән башҡортсаға нәфис тәржемә итеү буйынса белгестәрҙе әҙерләү мәсьәләһен күтәрҙе. Ул республикала Нәфис тәржемә үҙәген булдырырға тәҡдим итте. Үҙ сиратында ул Рәсәй нәшриәттәре һәм йәмәғәт берләшмәләре менән эште һөҙөмтәле алып барырға мөмкинлек бирәсәк.

Өфөнән шәхси эшҡыуар Александра Хисаметдинова Башҡортостандан ситтә һабантуйҙар үткәреү тәртибен камиллаштарыу һәм берҙәм концепция булдырыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе.

Эшҡыуарҙар Андрей Верещагин , Илнар Хәбибов һәм Фирүзә Насирова социаль өлкә учреждениеларында туҡланыуҙы аутсорсинг принциптарында ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был осрашыу июндә Рөстәм Хәмитов уҙғарған махсус кәңәшмәнең дауамы булды.

Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына тейешле күрһәтмәләр бирелде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter