Обычный вид

Яңылыҡтар

17.09.2018 20:18:00

Ҡытайҙың Циндао ҡалаһы делегацияһы менән эшлекле осрашыу

17 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының Циндао ҡалаһы мэры Мэн Фаньли етәкселегендәге делегация менән осрашты. Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм берләштерелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты.

Республика Башлығы ҡатнашлығында осрашыуҙа Weidong-Demos халыҡ-ара һөнәри белем биреү проекты сиктәрендә Өфөлә мәғариф үҙәге булдырыу ниәте тураһында килешеү төҙөлдө.

 — Башҡортостан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттары буйынса коллегаһын сәләмләй. Өс йыл элек беҙҙең республика Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттарын ҡабул итте, ә быйыл ойошма саммиты һеҙҙә үтте, — тине Рөстәм Хәмитов. — Илдәрҙең һәм уларҙың лидерҙары араһындағы мөнәсәбәттәрҙә хасил булған дуҫлыҡ һәм партнерлыҡ рухы төбәктәр араһындағы эшмәкәрлектә лә сағылыш таба. Бөгөнгө осрашыу – Рәсәй-Ҡытай төбәк-ара хеҙмәттәшлек йылы саралары программаларын тормошҡа ашырыуға бер өлөш ул.

Республика етәксеһе Башҡортостан һәм Ҡытай араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнеш әүҙем үҫешә, мәғариф, фән, мәҙәниәт өлкәһендә берләштерелгән проекттар ғәмәлгә ашырыла тип билдәләне.

— Циндао – беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм бөтә яҡтан йәлеп итеүсән партнер булыуын аңлайбыҙ. Ҙур порт, Ҡытайҙың алдынғы сәнәғәт һәм фәнни-белем биреү үҙәктәренең береһе, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Бөгөнгө осрашыу, һис шикһеҙ, бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ белергә ярҙам итер. Һеҙҙе республикала бай йөкмәткеле программа ойошторорға, тәбиғәтебеҙ, тарихи һәм мәҙәни иҫтәлекле урындар, тыуған яҡтың йолалары менән таныштырырға әҙербеҙ.

— Ҡытай һәм Рәсәй араһында бик яҡшы сәйәси мөнәсәбәттәр. Дәүләттәр етәкселәре яғынан иғтибар һәм предприятиеларҙың ҡыҙыҡһыныуы бында бик мөһим роль уйнай, — тине Мэн Фаньли. — Беҙҙең ҡала Ҡытайҙа диңгеҙ буйындағы мөһим үҙәк булып тора. Циндао – мөһим туристик үҙәк, курорт, халыҡ-ара порт, тарихи билдәле ҡала. Былтыр ҡаланың эске тулайым продукты 1 триллион юандан ашыу тәшкил итте. Быйыл ҡаланың иҡтисады шулай уҡ тиҙ үҫешә. Циндао иҡтисадының үҫеше илдең эске баҙарынан, шулай уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлектән тыш мөмкин түгел.

Белешмә өсөн:

Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә икенсе урынды биләй. 2017 йылда Ҡытай менән республиканың сауҙа әйләнеше 675,3 миллион доллар тәшкил иткән, өҫтәүенә был сумманың 80 проценттан ашыуы (546,7 миллион доллар – сауҙа мөнәсәбәттәре тарихында иң ҙур күләм) экспорт тәьминәтенә тура килә.

Башҡортостандан Ҡытайға сығарылған продукциялар араһында – турбореактив двигателдәр (77 процент), химия продукцияһы һәм синтетик каучук, вертолеттар, нефть продукттары, сей көкөрт, төҫлө металдарҙан изделиелар, үлсәү ҡоролмалары, ҡул эше ҡоралдары, ағас-юнысҡы плиталары һәм урман материалдары, бал, араҡы һәм башҡа тауарҙар. Сит илдән күбеһенсә машиналар, ҡорамалдар һәм транспорт саралары (63 процент), химия сәнәғәте продукцияһы (14 процент), металдан эшләнгән изделиелар (9 процент), текстиль (7 процент), консерваланған йәшелсә һәм емеш-еләк (3 процент) индерелгән.

Республика биләмәһендә Ҡытай капиталы ҡатнашлығында 22 предприятие эшләй.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter