Обычный вид

Яңылыҡтар

13.09.2018 16:59:00

Рөстәм Хәмитов Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында сығыш яһаны

13 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә социаль партнерлыҡтың 25 йыллығына арналған Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында сығыш яһаны.

Республика етәксеһе ултырышта ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле көн менән ҡотланы һәм социаль партнерлыҡты үҫтереүгә тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Квалификацияларҙы үҫтереүҙең милли агентлығы араһында квалификацияларҙың милли системаһын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм агентлыҡтың генераль директоры Александр Лейбович ҡул ҡуйҙы.

Документ республикала квалификацияларҙың милли системаһының төбәк инфраструктураһын булдырыуҙы һәм уны үҫтереүҙе, төбәктә кадрҙарҙың квалификацияһын һәм компетенцияларын баһалау тәжрибәһен анализлауҙы һәм дөйөмләштереүҙе, урта һөнәри һәм юғары белем биреү системаһында профессиональ стандарттар ҡулланыуҙы, эш биреүселәр һәм мәғариф ойошмаларының үҙ-ара эш итеү механизмдарын үҫтереүҙе, квалификациялы кадрҙарҙың дөйөм компетенцияларын баһалау алымдарын әҙерләүҙе һәм хеҙмәттәшлектең башҡа йүнәлештәрен күҙ уңында тота.

Баҙар шарттарында Өс яҡлы республика комиссияһының бурысы «гуманизм философияһын, хеҙмәткә ғәҙел ҡарашты тормошҡа ашырыу»ға ҡайтып ҡала, тип билдәләне үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. Был кешене аҡса, ресурс итеп ҡараған баҙар иҡтисадының социаль өлкәгә тәьҫирен йомшартырға мөмкинлек бирергә тейеш.

Өс яҡлы комиссияның төп бурыстары иҫәбендә республика Башлығы 155 тармаҡ һәм территориаль килешеүҙәрҙә нығытылған бөтә социаль гарантияларҙы үтәүҙе атаны. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, 2015 йылдан социаль яуаплы эш биреүселәр реестрына 82 ойошма индерелгән.

— Республика эш урындарының хәүефһеҙлеге, эшселәрҙең һаулығы тураһында хәстәрлек күргән, хеҙмәт хаҡын күтәреү, социаль именлек, шул иҫәптән торлаҡ биреү өсөн мөмкинлектәр тапҡан эш биреүселәрҙе яҡлай һәм киләсәктә лә яҡлаясаҡ, — тине төбәк етәксеһе.

Һуңғы йылдарҙағы ыңғай күренештәр араһында Башҡортостан Башлығы эшһеҙлектең, производствола имгәнеүҙең кәмеүен һәм инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу йәһәтенән аҙымдарҙы телгә алды. Яңы өс яҡлы килешеүгә эшләгән пенсионерҙарға һәм пенсия алды йәшендәгеләргә өҫтәмә ярҙам сараларын индерергә кәрәк, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

– Республикала тейешле инфраструктура менән Профессиональ квалификацияларҙың милли системаһының төбәк сегментын булдырыу буйынса эш алып барыла. Бөгөнгә 16 квалификацияларҙы баһалау үҙәге асылған. Әле улар башланғыс этапта, ҡайһы берҙәре ҡағыҙҙа ғына иҫәпләнә. Ләкин үҫеш бар. Тиҙҙән ысын квалификацияны баһалау үҙәктәре булыр, тигән өмөттәмен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Квалификацияларҙы үҫтереүҙең милли  агентлығы менән килешеү төҙөү эш биреүселәр һәм һөнәри белем биреү ойошмаларының үҙ-ара эш итеү механизмдарын камиллаштырырға, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә, һәм, әлбиттә, белгестәр әҙерләүҙең сифатын арттырырға мөмкинлек бирер тип ышанам.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter