Обычный вид

Яңылыҡтар

12.09.2018 15:28:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

12 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Иҡтисад, сәнәғәт, дәүләт хеҙмәте, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорттың төрлө тармаҡтарында эшләүсе 45 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почёт грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Һеҙҙе дәүләт наградалары алыуығыҙ менән ҡотлайым. Һеҙ күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән ошо бүләктәргә лайыҡ. Был ғәҙел, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тағы ла яңы уңыштар, һаулыҡ теләйем. Эш урындарында һәр саҡ ыңғай мөхит, барлыҡ йүнәлештәрҙә лә барыһы ла яҡшы булһын. Республика үҫеш этабында. Беҙҙә бюджет, һалым керемдәре бер тигеҙ. Бюджет тулы, күп объекттар төҙөлә. Дөйөм алғанда, был халыҡты яҡшы ғына көйләй.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter