Обычный вид

Яңылыҡтар

09.09.2018 11:30:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе «Башҡортостан» дәүләт концерт залы бинаһында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

— Һайлауҙар – тарихыбыҙҙың, демократияның мөһим өлөшө, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һайлауҙар өсөн иң мөһиме – ул ғәҙеллек, асыҡлыҡ һәм конкурентлыҡ. Минеңсә, һайлау алды кампанияһы был йәһәттән лайыҡлы уҙҙы.

Төбәк Башлығы республика тормошонда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мөһим ролен билдәләп үтте. Парламентарийҙар төбәк бюджеты, Мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджеты, юл төҙөлөшөнә сығымдар бүлеү, хеҙмәт ветерандарына льготалар һаҡлап ҡалыу һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе хәл итә.

— Халыҡ һайлауҙарҙа, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай составын ойоштороуҙа ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша. Шуға бөгөн республикала йәшәүселәр аңлы рәүештә эш итер, тулыһынса етди сығып ҡарар һәм, әлбиттә, һайлау участкаларына килер тип уйлайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. — Дәүләт Йыйылышының яңырыуын беләм һәм күрәм, сөнки бөгөнгө көнгә тиклем эшләүсе депутаттарҙың байтаҡ өлөшө һайлауҙарҙа ҡатнашмай, яңы, йәш йөҙҙәр күренә. Миңә парламентыбыҙ үҙенсәлекле, яңы идеялар тыуҙыра алырлыҡ булыр кеүек тойола. Иң мөһиме, республикала йәшәүселәр мәнфәғәтенә эшләү.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter