Обычный вид

Яңылыҡтар

05.09.2018 18:40:00

Ирандың Мәҙәниәт һәм ислам бәйләнештәре буйынса ойошма етәксеһе Әбүзәр Эбрахими Торкаман менән эшлекле осрашыу

5 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ирандың Мәҙәниәт һәм ислам бәйләнештәре буйынса ойошма етәксеһе Әбүзәр Эбрахими Торкаман менән осрашты.

Унда Башҡортостан Республикаһының һәм Иран Ислам Республикаһының мәҙәниәт, мәғариф, фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре өйрәнелде.

– Беҙ Иран менән күп яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешенә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Хеҙмәттәшлектә мәҙәниәт өлкәһе айырым урын биләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

Былтыр республика беренсе Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумын ҡабул итте, быйыл Башҡортостанға һәм Мәскәүгә Рәсәйҙә Иран мәҙәниәте аҙналығын ҡабул итеү хөрмәте тейҙе, тине Рөстәм Хәмитов. Төбәк етәксеһе республикала Рәсәй-Иран форумдарын үткәреү яҡшы йолаға әүереләсәген белдерҙе.

– Беҙҙең планда – Башҡортостандың һәм Ирандың мәҙәниәт һәм сәнғәт ойошмалары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте дауам итеү. Рәсәй һәм Иран төбәктәре араһында тура мәҙәни хеҙмәттәшлек нығына, — тине Рөстәм Хәмитов. Оҙаҡламай Ирандың Үҙәк провинцияһы менән килешеү төҙөйбөҙ. Был килешеү менән ике яҡлы партнерлыҡ үҫеше билдәләнәсәк.

– Башҡортостан Республикаһы һәм Иран Ислам Республикаһы араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте булдырыу барыһы өсөн дә ыңғай буласаҡ. Башҡортостан Республикаһы менән байтаҡ мәҙәни берлектәребеҙ бар. Беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, мәҙәниәттәр бик оҡшаш, – тине Әбүзәр Эбрахими Торкаман. – Беҙҙең ҡарашҡа, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә алабыҙ. Нәҡ шуға Һеҙҙең исемгә Башҡортостан Республикаһы менән мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү, меморандум проекты йүнәлтелде. Һеҙҙән һәм федераль органдарҙан яуап көтәбеҙ. Документ әҙер булғас, беҙ уға ҡул ҡуйырбыҙ.

Килешеү фестивалдәр, кинофестивалдәр, Башҡортостандың һәм Ирандың мәҙәниәт көндәрен уҙғарыуҙы күҙ уңында тота, тип билдәләне сит ил ҡунағы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter