Обычный вид

Яңылыҡтар

03.09.2018 17:52:00

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина менән эшлекле осрашыу

3 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина менән осрашты. Унда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙы ойоштороу, был эштә Йәмәғәт палатаһының ҡатнашыуы һәм төбәктә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Ольга Панчихина палатаның бишенсе составы икенсе йыл дауамында эшләгәнен билдәләне. Уның әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта федераль ҡануниәттә төбәк йәмәғәт палаталарының вәкәләттәре менән бәйле үҙгәрештәр бихисап. Атап әйткәндә, декабрҙә Рәсәй Президентын һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүселәренең ҡатнашыуы тураһында закон үҙ көсөнә  инде, июндә – Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буйынса оҡшаш документ, ә июлдә республика һәм урындағы тәғәйенләнештәге һайлауҙарға йәмәғәт күҙәтеүселәрен тәғәйенләү буйынса закон ҡабул ителде.

— Беҙҙең палата йәмәғәт контроле һәм күҙәтеү системаһын төҙөй. 9  сентябрҙә йәмәғәт матбуғат үҙәген ойошторабыҙ. Ә бөгөн ҡыҙыу элемтә үҙ эшен башланы. Уның һандары бик уңайлы: 8(800)347-2-102, – тип хәбәр итте Ольга Панчихина. – Беҙ юристарҙы, башҡа белгестәрҙе –  граждандарҙың һайлау процесы буйынса һорауҙарына яуап бирә алған кешеләрҙе йәлеп иттек. Call-үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Килгән барлыҡ һорауҙар өйрәнеләсәк һәм проблемалы осраҡтар килеп сыҡҡанда уларҙы шунда уҡ көйләргә ярҙам ителәсәк.

9 сентябрҙә, һайлау көнөндә шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителәсәк, тине Ольга Панчихина.

— Һайлауҙарҙы ғәҙел һәм асыҡ итеп уҙғарыу беҙҙең өсөн мөһим. Һайлау тематикаһы тирәләй ғәҙәттә төрлө уйҙырмалар, имеш-мимештәр күп. Ҡайһы берҙә былар барыһы ла ышанмаусанлыҡҡа әйләнә. Әммә беҙҙең бурыс  – бер нимәгә ҡарамаҫтан, һайлауҙарҙы ғәҙел үткәреү, — тине Рөстәм Хәмитов. — Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарында яҡшы эш алып барыуығыҙҙы, йәмәғәт күҙәтеүселәре булараҡ ҡатнаша алыуығыҙҙы беләм. Хәҙер Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар. Һис шикһеҙ, бында ла һеҙҙең ярҙам кәрәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter