Обычный вид

Яңылыҡтар

02.09.2018 16:47:00

Рөстәм Хәмитов Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашты

2 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашты.

Республика етәксеһе «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ойошторған #бегупомогу акцияһы барышында 3 саҡрым арауыҡты йүгереп үтте.

Быйыл марафон дүртенсе тапҡыр уҙҙы. Сарала 10 илдән 3,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

– Спорт – ул һәр ваҡыт яҡшы, ә ошолай күмәкләп йүгереүҙәр – бигерәк тә. Мин Өфө марафонында сиктәрендә был арауыҡҡа беренсе тапҡыр йүгерәм. Башҡалар кеүек үк, бер аҙ тулҡынланам, сөнки был – саҡыры, – тине Рөстәм Хәмитов. – Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ярыштарҙа ҡатнаша алмаған балаларға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Мин һәм хәйриә фонды командаһы ла әлеге сараларҙа мохтаж балалар өсөн ҡатнашабыҙ. Бынан тыш, интернетта аҡса йыйыу ойошторҙоҡ. Атап әйткәндә, мин, әгәр шулай тип әйтергә мөмкин булһа, бөгөн бында килә алмаған ике малай өсөн аҡса йыйыуға яуап бирҙем. Улар күберәк өйҙә ултыра, ҡайһы берҙә «Мәрхәмәт» уҡыу үҙәгенә килә. Беҙ йыйған аҡса уларға йыл ярым дауамында уҡырға етергә тейеш.

Республика Башлығы журналистарға физкультура менән даими шөғөлләнеү уға ошо арауыҡты үтергә ярҙам итергә тейешлеге хаҡында һөйләне.

– Иң мөһиме – ҡатнашыу. Спорт менән шөғөлләнгән, бер үк ваҡытта оло йөрәкле, шул иҫәптән үҙҙәрен шәфҡәтлелек эшенә биргән кешеләр күп, – тине Рөстәм Хәмитов. – Өфө марафонының билдәле бер тарихы ла бар. Унда меңдәрсә кешенең йүгереүе бик ҡыуаныслы. Өҫтәүенә беҙгә башҡа ҡалаларҙан да киләләр. Быларҙың барыһы ла оптимистик тулҡынға көйләй. Тимәк, беҙ дөрөҫ эшләйбеҙ. Иң мөһиме –  мохтаждарға ярҙам итәбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter