Обычный вид

Яңылыҡтар

29.08.2018 19:33:00

Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тураһында кәңәшмәлә ҡатнашты

29 августа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында мәғариф системаһының яңы уҡыу йылы башланыуға әҙерлеге тураһында селектор кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Хәҙер белем биреү темаһы менән ике ведомство – Мәғариф һәм фән министрлығы, шулай уҡ Мәғариф министрлығы шөғөлләнә, тине премьер-министр. Шуға күрә төбәк властарының улар менән әүҙем эш итеүе мөһим.

– Төп маҡсат – алты йыл эсендә дөйөм белем биреү сифаты буйынса донъяның алдынғы ун иле иҫәбенә инеү, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев. – Илдә йәшәүселәрҙең барыһына ла – мәктәпкәсә йәштәге баланан алып өлкән кешегә тиклем — өҙлөкһөҙ белем алыу һәм үҫеш өсөн берҙәм киңлек булдырыу.

 Хөкүмәт Рәйесе быйыл Рәсәйҙә 15 миллиондан ашыу уҡыусы белем аласағын хәбәр итте. Күпселек мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер –  ремонт яһалған һәм йыһазландырылған. Бөтә ерҙә лә тиерлек кәрәкле бушлай дәреслектәр бар. Уҙған йылда федераль үҙәк булышлығында төбәктәргә 1 500-ҙән ашыу мәктәп автобусы бүленгән, уларҙың дөйөм һаны 27 меңгә еткән.

Сентябрҙә 67 яңы мәктәп асыласаҡ. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 119 белем усағы эшләй башлаясаҡ. Мәктәптәрҙә 100 мең самаһы өҫтәмә урын булдырыласаҡ.

Белешмә өсөн:

Башҡортостандың мәғариф системаһында 2,7 меңдән ашыу белем биреү ойошмаһы, шул иҫәптән 1 311 мәктәп һәм уларҙың 643 филиалы бар. Яңы уҡыу йылында 479,8 мең уҡыусы парта артына ултыра, был уҙған йылға ҡарағанда 12,7 мең кешегә күберәк. Беренсе класҡа 53,1 мең бала бара, был былтырғы менән сағыштырғанда 0,7 мең кешегә күберәк. Бер сменала уҡыусыларҙың өлөшө 91 процент тәшкил итә.

2018 йылдың аҙағына тиклем республикала Нуғайҙа 950 урынлыҡ урта мәктәптең икенсе сираты, Өфөнөң Ленин районында 225 урынлыҡ 1-се урта мәктәп, Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 108 уҡыусылыҡ мәктәп, Баҡалы районының Баҡалы ауылында 825 урынлыҡ мәктәп, Благовещенда 320 урынлыҡ мәктәп һәм Стәрлетамаҡта 1 225 урынлыҡ мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Бынан тыш, 2018 йылда республика бюджетынан 39 дөйөм белем биреү ойошмаларына капиталь ремонт иҫәбенә яңы 2 667 урынды сафҡа индереүгә 200 миллион һум аҡса бүленгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter