Обычный вид

Яңылыҡтар

27.08.2018 15:48:00

Саксония Ландтагының рәсми делегацияһы менән эшлекле осрашыу

27 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагының (Германия Федератив Республикаһы) рәсми делегацияһы менән осрашты. Делегацияның етәксеһе – Саксония парламенты ағзаһы, тирә-яҡ мөхит һәм ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Себастиан Фишер.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты.

Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм киңәйтеү юлдарын, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Башҡортостандың Германия менән тышҡы сауҙа әйләнеше йылдан-йыл арта: ғинуар-июнь йомғаҡтары буйынса ул былтырғы күрһәткестәрҙе уҙып киткән – 220 миллион долларға еткән, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Германияға экспорт – 80 процентҡа, импорт дүрт  тапҡырға артҡан.

– Геосәйәси ҡатмарлыҡтарҙың үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн ҡаршылыҡ тыуҙырмауы беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ Саксонияның ошо йәһәттән принципиаль позицияһын, һеҙҙең Рәсәй төбәктәре-партнерҙары менән бәйләнештәрҙе киңәйтергә ынтылыуығыҙҙы һәм беҙҙең илгә бизнес-миссияғыҙҙы әүҙем дауам итеүегеҙҙе юғары баһалайбыҙ,  – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

 Төбәк етәксеһе Башҡортостан менән Саксония алып барырға ниәтләгән берлектәге эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләне. Улар – машиналар эшләү, юғары технологиялар, химия сәнәғәте, ауыл хужалығы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Шулай уҡ фән, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, йәмәғәт башланғыстарын хуплау өлкәләрендә үҙ-ара эш итеү тураһында һүҙ бара.

Осрашыу барышында Саксония Ландтагы фракциялары вәкилдәре төбәк-ара һәм парламент-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне. Улар фекеренсә, эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу Рәсәй Федерацияһы һәм Евросоюз араһында тыныс шарттарҙа сәйәсәт алып барырға, булған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итергә тейеш.

Рөстәм Хәмитов Саксония вәкилдәрен ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең дүртенсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында, шулай уҡ алдағы йылдарҙа республикала үтәсәк ҙур халыҡ-ара сараларҙа – 2019 йылда Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында, 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһында һәм 2021 йылда умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресында ҡатнашырға саҡырҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter