Обычный вид

Яңылыҡтар

24.08.2018 16:41:00

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко менән эшлекле осрашыу

24 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һайлауҙарына әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа 811 һайлау участкалары бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары (КОИБ) менән йыһазландырыласаҡ. Был 2018 йылдың мартында үткән Рәсәй Президентын һайлауҙары менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк, тип хәбәр итте Евгений Шевченко. Барлыҡ техник комплекстар Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына килтерелгән.

– Һеҙгә ҙур рәхмәт, – тип мөрәжәғәт итте республика Башлығына Евгений Шевченко. – Сөнки Һеҙҙең тәҡдим менән республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары һаны дүрт тапҡырға арттырылды. Ошо башланғыс менән сыҡҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙ уны хупланыҡ. КОИБ-тар биргән төбәктәргә рәхмәт.

– Беҙҙә һайлау участкаларының дүрттән бер өлөшөнән күберәге КОИБ-тар менән йыһазландырыла. Был – беҙҙең приниципиаль позиция, –  тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Кеше КОИБ-тар аша үҙаллы тауыш бирә ала, башҡалар һайлау һөҙөмтәләрен үҙгәртә алмай. Ошондай тәжрибәне артабан да арттырырбыҙ. Беҙ ғәҙел, асыҡ һайлауҙар уҙғарыу яҡлы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter