Обычный вид

Яңылыҡтар

14.08.2018 20:32:00

«Росгосцирк»тың генераль директоры Дмитрий Иванов менән эшлекле осрашыу

14 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы»ның  генераль директоры Дмитрий Иванов менән осрашты. Унда Өфө дәүләт циркын төҙөкләндереү, төбәктә цирк сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

– Шәмбе ҡала халҡы менән осраштым. Улар миңә: «Цирк ҡасан төҙөкләндерелә?», тигән һорау бирҙе, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шишәмбе Һеҙҙең менән осрашҡас, яңыртылған циркты ҡасан күрһәтергә әҙер булыуыбыҙ хаҡында әйтермен тип яуапланым.

Дмитрий Иванов республика етәксеһенә цирк бинаһын өҫтәмә тикшерергә йүнәлтелгән финанс ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта артабанғы эштең түбәндәге варианты ҡарала. Экспертиза йомғаҡтары буйынса прокурор тикшереүе барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн проект документацияһын әҙерләү башланды. Уға ярашлы, киләһе йылда Өфө дәүләт циркын ваҡытлыса файҙалана башларға мөмкин. Шунан һуң бинаны төҙөкләндереүгә әҙерлек башланырға тейеш, сөнки ул мәҙәни мираҫ объекты булып һанала. Эштәрҙең яҡынса хаҡы 970 миллион һум тәшкил итә.

Тәҡдим ителгән вариант тормошҡа ашырылған осраҡта реставрациялау ваҡыты оҙаҡ йылдарға һуҙылыуы мөмкин, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

– Беҙгә капиталь хәл итеү варианты ҡулай булыр ине, 2020-се, кәм тигәндә 2021 йылға яңы, яҡшы, реставрацияланған цирк бинаһы булырға тейеш, – тине республика Башлығы.

 Яҡтар Рәсәй Хөкүмәтенә һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына аҡса бүлеү һәм төҙөкләндереүҙе алдан үткәреү тураһында тейешле хат менән мөрәжәғәт итергә килеште. Республика, үҙ сиратында, берлектә финанслау шарттарында ошо эштә ҡатнашырға әҙер.

Осрашыу барышында цирк хеҙмәткәрҙәре өсөн ятаҡты ремонтлау мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.

Журналистар менән әңгәмәһендә Дмитрий Иванов киләһе йылда объект буйынса проект-смета документацияһының әҙерләнеүе хаҡында хәбәр итте.

– Алдағы йыл аҙағында иһә Баш дәүләт экспертизаһы ҡарары буйынса конкурс сауҙаллашыуына тотонорға һәм реставрациялау эштәрен башларға тейешбеҙ, – тине ул. – Эш шунда: Өфө циркы мәҙәни мираҫ объекты булып һанала. Беҙ унда реставрациялау эштәрен башҡарырға бурыслы. План буйынса 2020 йылдың аҙағында – 2021 йылдың башында яңыртылған Өфө циркын файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ.

Белешмә өсөн:

Өфө дәүләт циркы – «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы»  филиалы – 1968 йылдың ноябренән эшләй. Был Башҡортостандың мәҙәни үҙәктәренең береһе һәм төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы. Бина ремонт-реставрациялау эштәрен башҡарыуҙы талап итә. Өфө дәүләт циркы федераль предприятиеның филиалы булғанлыҡтан, был мәсьәлә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы кимәлендә хәл ителә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter