Обычный вид

Яңылыҡтар

09.08.2018 16:04:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың төҙөлөш комплексы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

9 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр көнө алдынан төбәктең төҙөлөш өлкәһендә эшләүсе 55 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почёт грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.

– Ҡала һәм ауылдарҙың, бөтә илгә билдәле сәнәғәт предприятиеларҙың тарихы – бик күп быуын төҙөүсе-коллегаларҙың хеҙмәт тарихы ул. Бала саҡтан яратҡан урамдар һәм бульварҙар, боронғо өйҙәр һәм заманса күп ҡатлы йорттар, театрҙар, сауҙа комплекстары – беҙҙе уратып алған һәм шатландырған, хеҙмәт һәм ярҙам иткән бөтә нәмә төҙөүселәр ҡулы менән һалынған, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төҙөлөш комплексында юғары тәжрибәле белгестәр, йәмғиәттә ҙур ихтирам яулаған оҫталар эшләй. Ветерандарҙың һәр береһе юғары профессионализм һәм ысын илһөйәрлек өлгөһө булып тора.

Башҡортостан төҙөлөш эштәре күләме буйынса илдең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә, тип билдәләне республика Башлығы. Торлаҡ һәм етештереү объекттарынан тыш, төбәктә газ селтәре һуҙыла, сәнәғәт һәм социаль объекттар һалына. Уҙған йылда ғына яңы 9 мәктәп һәм 16 балалар баҡсаһы асылды.

– Тармаҡҡа йәш, тәжрибәле кадрҙар кәрәк. Бөгөн белгестәр етмәү проблемаһы барыһына ла билдәле. Төҙөлөш тармағында ғына түгел – бөтә ерҙә лә тиерлек әүҙем, белемле кешеләр етмәй. Әлбиттә, уларҙы тәрбиәләргә кәрәк, шул иҫәптән һеҙҙең коллективта, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Төҙөүсе эшенең ауыр икәнен аңлайым. Йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә төҙөлөш майҙансығында булырға, бөтә ауырлыҡтарға ҡаршы торорға кәрәк. Ләкин йәштәрҙе йәлеп итеү, йәштәр менән эшләү зарур.

Төбәк етәксеһе тармаҡ алдында торған бурыстарҙы билдәләне һәм төҙөүселәргә эштәрендә уңыштар теләне.

– Хөрмәтле дуҫтар, киләсәктә лә бөтә эшегеҙ кешеләргә уңайлы йәшәү шарттарын булдырыуға, тәү сиратта уларҙың торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелер тип көтәбеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең төҙөлөш комплексы үҫешер һәм Рәсәй Президенты ҡуйған яңы үрҙәргә артылыр тигән өмөттәбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter