Обычный вид

Яңылыҡтар

07.08.2018 23:40:00

Японияның Рәсәйҙәге Илселегенең Тулы хоҡуҡлы министры Токуро Фуруя менән эшлекле осрашыу

7 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Японияның Рәсәйҙәге Илселегенең Тулы хоҡуҡлы министры Токуро Фуруя менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Башҡортостан  Япония менән үҙ-ара эш итеү менән ныҡ ҡыҙыҡһына, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республика илдең сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән төбәктәренең береһе. Нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия, металлургия комплексы, машиналар эшләү, авиация двигателдәрен етештереү, ауыл хужалығы – бөгөн беҙ был йүнәлештәрҙә яҡшы үҫешкән төбәк. Һис шикһеҙ, ошо йәһәттән Япония бизнесы вәкилдәре менән үҙ-ара эш итергә теләр инек.

Сентябрҙә Мәскәүҙә Япония илселегендә, һуңынан Японияның үҙендә Башҡортостандың туристик ҡеүәте менән таныштырыу сараһы үтәсәк, тип билдәләне республика Башлығы.

– Хәҙер беҙҙең өсөн иң мөһиме – инвестиция процесын ойоштороу. Японияның билдәле компаниялары республика биләмәһендә үҙенең етештереү предприятиеларын урынлаштырыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, беҙгә бындай эш алып барырға кәрәк. Сентябрҙә республика менән таныштырған саҡта Япония бизнесы ла ҡатнашыр тип уйлайым. Япония бизнесына бар яҡтан, һәр йүнәлештә яҡшы шарттар булдырырға, кәрәк икән, инфраструктура төҙөүҙә ярҙам итергә, льгота, өҫтөнлөктәр бирергә әҙербеҙ.

Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы Япония делегацияһын алдағы йылдарҙа республикала ойошторолған ҙур халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Токуро Фуруя төбәк Башлығына сәфәрҙең бай программаһы өсөн рәхмәт белдерҙе, уның барышында ул Өфө дәүләт нефть техник университетында, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында осрашыуҙар үткәрҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter