Обычный вид

Яңылыҡтар

31.07.2018 13:12:00

Рөстәм Хәмитов «Баҫыу көнө-2018» семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты

31 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районына барҙы. Төбәк етәксеһе көньяҡ урман-дала зонаһы буйынса «Баҫыу көнө-2018» ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыуҙы ойоштороуға арналған зональ семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.

– Ауыл хужалығы өсөн иң ҡыҙыу мәл – урып-йыйыу эштәре ваҡыты етте. Бөгөн беҙ «Баҫыу көнөн» яңы форматта уҙғарабыҙ. Әгәр элек тотош республиканы йыйһаҡ, хәҙер зональ эш алып барабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Яҙҙың һалҡын килеүе сәбәпле сәсеү кампанияһы ауыр булды, әммә был уңышҡа тәьҫир итмәне, тине төбәк етәксеһе.

– Баҫыуҙарҙа уңыш өлгөргән. Уны юғалтыуһыҙ йыйып алырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.

***

Сара барышында Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә һәм һатыуға арналған түңәрәк өҫтәл үткәрҙе, шулай уҡ үҙебеҙҙә һәм сит илдә сығарылған ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен ҡараны. «Ростсельмаш» компаниялар төркөмө вәкилдәре төбәк етәксеһенә Башҡортостанда ла файҙаланылған иген йыйыу комбайндары, тракторҙар һәм башҡа техника өлгөләрен күрһәтте. Экспозицияға республикала билдәле һәм популяр булған, шулай уҡ яңы моделдәр – мәҫәлән, Канадала, хәҙер иһә тулыһынса Рәсәйҙә йыйылған трактор ҡуйылған.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов «Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшендә ҡулланылған техниканы ҡараны. Тоҡомсолоҡ хужалығының етештереү буйынса директоры Евгений Пожидаев билдәләүенсә, барлыҡ техника Рәсәйҙә сығарыла, уның төп айырмаһы — «интеллигентлы игенселек», ул аныҡлыҡты һәм яңы технологияларҙы файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. Рөстәм Хәмитов тоҡомсолоҡ хужалығы етәкселеге менән предприятиеның иҡтисади күрһәткестәрен, шулай уҡ етештереүсәнлекте арттырыу мәсьәләләрен һәм ауыл хужалығы производствоһына заманса һанлы технологиялар индереү кәрәклеген тикшерҙе. Һуңғылары булмаһа, Башҡортостандың донъя йүнәлештәренән артта ҡалыуы мөмкин, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter