Обычный вид

Яңылыҡтар

24.07.2018 15:06:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышын үткәрҙе

24 июлдә Хөкүмәт Йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Унда төбәктә геопарктарҙы үҫтереү һәм уларҙы ғилми оҙатыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республикала геопарктар булдырыу биш йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте һәм ЮНЕСКО араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһындағы Коммюнике-Килешеүҙә сағылыш тапты, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Былтыр Өфөләге Халыҡ-ара экологик форумда Рәсәйҙең геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара ЮНЕСКО программаһы комитетының ултырышында Салауат районы биләмәһендә «Янғантау» геологик паркы ойошторорға тәҡдим ителде.

– Республика ЮНЕСКО менән, шул иҫәптән экологик өлкәлә хеҙмәттәшлек итеүен дауам итәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. – Әлбиттә, «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты ойоштороу мөһим аҙым булды. Уның биләмәһен, Бөрйән солоҡ бал ҡортоноң йәшәү урынын индереп, киңәйтеү күҙаллана. ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү мөмкин булған мәҙәни-тарихи һәм тәбиғи ҡомартҡыларҙы танытыу буйынса башҡа берләштерелгән проекттар ғәмәлгә ашырыла. Тәү сиратта ул – палеолит осорондағы һүрәттәр менән Шүлгәнташ мәмерйәһе, Мораҙым тарлауығы, Ер шарында боронғо Урал тауҙары миҫалында ер өҫтөнөң барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған Ирәмәл. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә Рәсәйҙәге «йәшел стандарттар» сертификациялау системаһына тап килгән мәғлүмәт-сервис үҙәге асылған.

Үҙенсәлекле ландшафтар, тәбиғи һәм геологик парктар булған биләмәләр, атап әйткәндә, Башҡортостан өсөн халыҡ-ара статус алыу фәнде, белем биреү проекттарын, туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса, тине республика етәксеһе.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Эксперт советы мәғлүмәте буйынса, Экология йылы сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан төбәктәрҙең экологик рейтингында беренсе урын алған.

 – Беҙгә, ғөмүмән әйткәндә, геологик парк сиктәрендә Салауат районында индустриаль булмаған үҫеш биләмәһе моделенең нисек эшләп китеүен ҡарарға кәрәк. Был тәжрибәнән сығып, киләсәктә башҡа геопарктар, тәбиғәт биләмәләрен булдырыу күҙалланасаҡ, – тине төбәк Башлығы.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, геологик парктар булдырыу иҡтисади үҫешкә, социаль инфраструктураны яҡшыртыуға, туристар ағымын арттырыуға, киң аудитория өсөн ҡыҙыҡлы белем биреү проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә тейеш. Ул республикала туристик баҙарҙың уңышлы үҫеүен билдәләне. Былтыр республика төбәктәр рейтингында илдә 15-сенән 11-се урынға күтәрелгән һәм был тармаҡты артабан да нығынырға кәрәк.

– Башҡортостанда геопарктар селтәрен булдырыу өсөн, тәү сиратта, был эштең тейешле кимәлдә ғилми оҙатыуын тәьмин итергә кәрәк. Республикала «алтын ҡаҙау» ҡағыла торған урындарҙы танытыу мөһим. Ул планетала тормоштоң барлыҡҡа килеү һәм үҫешеү хронологияһын, геологик хронологияны сағылдырған Ер шарының үҙенсәлекле нөктәләре. Ундай урындар беҙҙә бар, – тине Рөстәм Хәмитов.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter