Обычный вид

Яңылыҡтар

23.07.2018 20:48:00

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән эшлекле осрашыу

23 июлдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашты.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикала агросәнәғәт комплексында дөйөм инвестиция күләме 67 млрд һум тәшкил иткән 21 проект тормошҡа ашырыла. Ошоға бәйле төбәктә яңы 3 мең эш урыны булдырылған.

Дмитрий Патрушев Башҡортостанда ауыл хужалығының ыңғай динамикаһын, шулай уҡ льготалы кредитлау механизмдарынын уңышлы ғәмәлгә ашырыу юлдарын билдәләне. 2017 йыл менән сағыштырғанда льготалы кредит алыусылар һаны 1,4 тапҡырға артҡан.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәктәге агросәнәғәт комплексының төп йүнәлештәре – һөт һәм ит малсылығы үҫешен тикшерҙе. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан эре мөгөҙлө мал һәм һыйыр итен етештереү буйынса ил төбәктәре рейтингында беренсе урынды биләй.

Республика өсөн йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ төп йүнәлештәрҙең  береһе һанала. Аттар һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында. Бынан тыш, республика бал һәм ҡымыҙ етештереүҙә алдынғылыҡты бирмәй. 2021 йылда төбәктә «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциацияларының 47-се Конгресы үтәсәк.

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрына республикала төбәктең агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәрен артабан үҫтереү маҡсатында әҙерләнгән һөт тармағын һәм ит малсылығын үҫтереү буйынса комплекслы программалар тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Республика шулай уҡ 2017-2025 йылдарға ауыл хужалығын ғилми-техник үҫтереү федераль программаһының йүнәлештәр исемлеген уны һыу ҡоштары тоҡомдарын һәм сусҡасылыҡ өлкәһендә генетиканы үҫтереү өлкәһендәге йүнәлештәр менән тулыландырып, киңәйтеү башланғысы менән сыға.

Дмитрий Патрушев әйтеүенсә, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы төбәктең маҡсатлы башланғыстарына һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.

– Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән оҙаҡ йылдар дауамында менән яҡшы һәм уңышлы эш төҙөлгән. Дмитрий Николаевич Башҡортостанды Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы етештереүендә төп төбәктәрҙең береһе булыуын раҫланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ йәнә бер тапҡыр министрҙан Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү өлкәһендә эшләнгән эшкә юғары баһа ишеттек. Башҡортостан аграрийҙары яҡшы эшләй һәм бөгөнгө көнгә республика биләмәһендә барыһы ла уңышлы бара тип билдәләнде.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter