Обычный вид

Яңылыҡтар

20.07.2018 14:23:00

Рөстәм Хәмитов социаль һәм социаль-идара итеү ресурстары буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль һәм социаль-идара итеү ресурстарына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре өсөн арналған сара белем биреү формаһында үтте. Докладтар менән Рәсәйҙең ғалим-социологтары – Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль социологик ғилми-тикшеренеү үҙәге Идара итеү социологияһы һәм социаль технологиялар үҙәген етәкләүсе социология фәндәре докторы Александр Тихонов һәм үҙәктең алдынғы ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Владимир Богданов сығыш яһаны.

 — Рәсәй Фәндәр академияһының ғалим-социологтары менән даими осрашабыҙ. Академик Михаил Константинович Горшков (Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты директоры) менән Башҡортостан һәм Рәсәй Фәндәр академияһының федераль социология үҙәге республиканың социаль-иҡтисади үҫешен ғилми-аналитик оҙатыу йәһәтендә әүҙем хеҙмәттәшлек итәсәк, - тине Рөстәм Хәмитов. - Милли проекттарҙың төбәк өлөшөн ғилми берләшмәнең әүҙем ҡатнашлығынан тыш әҙерләү мөмкин түгел.

Александр Тихонов әйтеүенсә, Башҡортостан Юғары социаль именлек индексына эйә айырым биләмә булып һанала. Ул, Үҙәк белгестәре уйлап сығарған, яңы кире социаль элемтә йыйыу механизмы. Индекс асыҡ мәғлүмәт нигеҙендә булдырыла. Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда социаль «торош» бер төркөм күрһәткестәр буйынса башҡа төбәктәргә ҡарағанда яҡшыраҡ. Республика халҡы, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәргә ҡарағанда, эш табыу мөмкинлеген, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен, юл хужалығының һәм башҡа иҡтисади, социаль һәм мәҙәни аспекттарҙы юғары баһалай.

Башҡортостан етәкселеге фәнгә етди иғтибар бүлә, тип билдәләне Александр Тихонов. Түңәрәк өҫтәл федераль ғилми һәм белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлеккә, ғилми тикшеренеүҙәргә һәм асыштарға таянып, һөҙөмтәле идара итеү системаһын булдырыуға республика алған курстың дауамы булды.

Башҡортостан Башлығы быға тиклем төрлө өлкәләрҙә эшләүсе Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары: М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий, «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетының ғилми-тикшеренеү институттары һәм үҙәктәре, Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институты директоры Лилиә Овчарова, Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институтының төбәк программаһы директоры, Килемде һәм йәшәү кимәлен анализлау үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Наталья Зубаревич, Курчатов институты президенты Михаил Ковальчук һәм башҡалар менән осрашты. Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Һаҡсыл хөкүмәт» программаһы әҙерләнде. Уның маҡсаты – дәүләт учреждениеларының эшен ябайлаштырыу, артыҡ бюрократиянан ҡотолоу һәм идара итеү процестарын камиллаштырыуға ҡайтып ҡала.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter