Обычный вид

Яңылыҡтар

18.07.2018 19:37:00

Ғалим-социолог Александр Тихонов менән эшлекле осрашыу

18 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль социологик ғилми-тикшеренеү үҙәге Идара итеү социологияһы һәм социаль технологиялар үҙәге етәксеһе Александр Тихонов менән осрашты.

Яҡтар республиканың Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль социологик ғилми-тикшеренеү үҙәге Идара итеү социологияһы һәм социаль технологиялар үҙәге менән фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр өлкәһендәге эшмәкәрлеген һәм ғалимдарҙың хеҙмәттәшлеген тикшерҙе. Шулай уҡ Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 7 майындағы «2024 йылға тиклемге осорға Рәсәйҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында»ғы Указын ғәмәлгә ашырыу юлдары ҡаралды. Һүҙ төбәкте яңыртып ҡороуҙа социаль ресурстарҙың роле, кешелек потенциалының ҙур әһәмиәте һәм уны һаҡлау, үҫтереү һәм байытыу кәрәклеге тураһында барҙы. Осрашыуҙа заманса шарттарҙа идара итеү технологияларын тармаҡ һәм территориаль үҫтереү, камиллаштарыу проблемаларын хәл итеү өсөн кире бәйләнеш ойоштороу мәсьәләләре лә телгә алынды.

Белешмә өсөн:

Александр Тихонов – Рәсәйҙә идара итеү социологияһын уйлап сығарыусыларҙың береһе. Үҙенән-үҙе социаль процестар идара ителеше, синкретик механизм, власть-идара ителеше регуляцияһы теорияһы, социальмәҙәни шәхси идара итеү моделе концепциялары, «проблемаларҙы күсереү» шарттарында социаль факттар ҡуйыу алымы авторы. Социология фәндәре докторы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter