Обычный вид

Яңылыҡтар

14.07.2018 16:48:00

Андрей Трухан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Андрей Трухан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ошо уҡ Указ менән Андрей Трухан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан бушатылды.

Белешмә өсөн:

Трухан Андрей Петрович 1973 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади институтын тамамлаған.

1998-2007 йылдарҙа – «Аквалэнд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры.

2007-2010 йылдарҙа – Ағиҙел йылғаһы бассейнының һыу хужалығы объекттарын һәм ҡоролмаларын файҙалланыу буйынса федераль дәүләт учреждениеһының директор урынбаҫары, директоры.

2010-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты (артабан – Башлығы) Эштәр идарасыһы.

2017 йылда – «Ҡырым Республикаһын үҫтереү корпорацияһы» генераль директорының беренсе урынбаҫары.

2017 йылдың декабренән – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter