Обычный вид

Яңылыҡтар

14.07.2018 16:20:00

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Григорий Невоструев тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Григорий Невоструев тәғәйенләнде. Тейешле Указға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Белешмә өсөн:

Невоструев Григорий Сергеевич 1976 йылдың 12 июлендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

1996-1998 йылдарҙа – Өфө дәүләт авиация техник университетында лаборант, сәнәғәт электроникаһы кафедраһы инженеры.

1999-2002 йылдарҙа – Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиранты.

2001-2003 йылдарҙа – «Аккорд-инвест» акционерҙар йәмғиәтенең начальник урынбаҫары.

2003-2004 йылдарҙа – «УралСиб» акционерҙар йәмғиәтенең брокер операциялары бүлеге етәксеһе.

2004-2007 йылдарҙа – «БрокерКредитСервис» филиалы директоры, төбәк директоры.

2007-2010 йылдарҙа – «Финтраст» йәмғиәте директоры.

2010-2013 йылдарҙа – Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.

2013-2016 йыларҙа – «Биләмә» компаниялар төркөмө генераль директоры.

2016 йылдан – Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды генераль директоры.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter