Обычный вид

Яңылыҡтар

14.07.2018 17:17:00

Фәрхәд Самедов Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Фәрхәд Самедовты Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Белешмә өсөн:

Самедов Фәрхәд Астан улы 1959 йылдың 23 апрелендә Грузин ССР-ының Гардабани ҡалаһында тыуған. В.В. Куйбышев исемендәге Мәскәү инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған. Техник фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1982 йылда Әзербайжан ССР-ы Сәнәғәт төҙөлөшө министрлығының 7-се тресында башлай. Унда инженер һәм өлкән инженер булып эшләй.

1985-1994 йылдарҙа – В.А. Кучеренко исемендәге Үҙәк төҙөлөш конструкциялары ғилми тикшеренеү институты инженеры, кесе ғилми хеҙмәткәре, өлкән ғилми хеҙмәткәре.

1994–1998 йылдарҙа – «Эксимер» ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары.

1999–2002 йылдарҙа – «Юсти-банк» акционерҙар коммерция банкында ҡиммәтле ҡағыҙҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары.

2002 йылда – «Мәғлүмәт технологиялары институты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лаборатория етәксеһе.

2002–2003 йылдарҙа – «Петротэк-холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәүге вице-президенты.

2003–2004 йылдарҙа – «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының иҡтисад һәм финанстар буйынса беренсе урынбаҫары.

2004–2005 йылдарҙа – «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2005–2007 йылдарҙа – «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2007 йылда – «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры советнигы.

2008–2009 йылдарҙа – «Башхим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры советнигы.

2010–2012 йылдарҙа – «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы рәйесе советнигы.

2012–2015 йылдарҙа – «Башнефть» компанияһының нефть химияһы департаменты директоры.

2016 йылда – «Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» акционерҙар йәмғиәте президенты.

2017 йылдың ғинуарынан – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.

Рәсәй Федерацияһының почетлы химигы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter