Обычный вид

Яңылыҡтар

13.07.2018 17:54:00

Рөстәм Хәмитов Курчатов институтында булды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәгендә булды.

Төбәк етәксеһе нано-, био-, мәғлүмәти-, когнитив һәм социогуманитар технологиялар комплексы лабораторияларының эшмәкәрлеге менән танышты, виварийҙы, аҡһым фабрикаһын, зонд һәм электрон микроскопия комплексын, нейрокогнитик тикшеренеүҙәр, ядро-физик тикшеренеү алымдары, синхротрон-нейтрон тикшеренеүҙәр комплексының ресурс үҙәген ҡараны.

Артабан республика Башлығы «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук менән осрашты. Яҡтар ғилми хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәре буйынса фекер алышты.

Атап әйткәндә, һүҙ иген эшкәртеү өсөн  үҙәктең биотехнологиялар өлкәһендәге компетенциялары хаҡында барҙы. Улар нигеҙендә сәнәғәт микроорганизмдары һәм технологиялар ярҙамында игенде төрлө юғары сиктәге биологик һәм химик субстанцияларға эшкәртергә мөмкин.

Яҡтар берләштерелгән эш төркөмө булдырыу хаҡында ла килеште. Ул Башҡортостан Республикаһы һәм Курчатов институты араһында төрлө өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеү әҙерләйәсәк. Улар араһында – Башҡортостан Фәндәр академияһының ғилми институттары менән юғары технологияларҙы үҫтереү буйынса эшмәкәрлек, төбәктең уҡыу йорттары менән уртаҡ дисциплина-ара  белем биреү программалары, 38 Мәскәү мәктәбе ҡатнашҡан дисциплина-ара Курчатов мәктәп проектын булдырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу.

Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Курчатов институты кеүек илдең ҙур ғилми үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу Башҡортостан өсөн бик мөһим.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter