Обычный вид

Яңылыҡтар

10.07.2018 16:40:00

Рөстәм Хәмитов һәләтле балаларға булышлыҡ итеүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе

10 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәләтле балаларға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, төбәктең белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

– Минең ҡарашҡа, бөтә балалар талантлы, һәләтһеҙ балалар юҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта балаларҙың төрлө һәләттәре барлығын беләбеҙ һәм был йәһәттән белем биреүгә, ошо ҡатмарлы уҡытыу эшен ойоштороуға төрлө яҡтан килергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Бер яҡтан, беҙҙә һәләтле балалар менән эш төрлө йүнәлештәр буйынса алып барыла. Әммә, шул уҡ ваҡытта, ҡайһы бер юҫыҡта икенсе төрлө эшмәкәрлек төҙөү кәрәклеген аңлайбыҙ. Беҙҙә был өлкәлә министрлыҡтар, муниципалитеттар, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары эшләй. Әммә улар араһында был өлкәлә бер ниндәй бәйләнеш юҡ. Әлегә барыһы ла тарҡау.

Республика Башлығы Башҡортостанда олимпиада хәрәкәтенә, автор мәктәптәренә ярҙам итеү, талантлы сығарылыш уҡыусыларын асыҡлау, оҙатыу һәм беркетеү системаһын үҫтереү мөһимлеген билдәләне.

– Беҙгә талантлы һәм һәләтле балаларҙың республикала төпләнеп эш итеүе мөһим. Һәләтле балаларҙың  белем алыр өсөн башҡа ҡалаларға юлланыуы, бәлки билдәле бер йүнәлештә ғәҙелдер. Ләкин беҙгә был егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы кире ҡайтарыу юлын белергә, улар өсөн шарттар, яңы эш урындары булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Йәнә ҡабатлайым, беҙ һәләтле йәштәр өсөн ниндәйҙер айырым шарттар булдырырға түгел, ә бөтә балалар менән эшләргә, һәр мәктәптә бала үҙ һәләтен аса алһын өсөн мөмкинлектәр булдырырға тейешбеҙ.

 ***

Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әле республикала Һәләтле (талантлы) балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһы әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта ул төбәк Финанс министрлығында килешеү үтә. 

Документ йәш таланттарға булышлыҡ итеү системаһын булдырыуҙы, уҡытыусыларҙың тәжрибәһен арттырыуҙы, шулай уҡ республиканың юғары уҡыу йорттары менән үҙ-ара эш алып барыуҙы күҙ уңында тота. Концепция бурыстарының береһе – республикала талантлы балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән сығарылыш уҡыусыларын йәлеп итеү өсөн мауыҡтырғыс шарттар булдырыу.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикаға олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һаны артынан ҡыуырға кәрәкмәй.

— Беҙгә яңы һөҙөмтәләр алырға, шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙән уҡыусыларҙы йәлеп итергә мөмкинлек биргән яңы уҡытыу киңлеге булдырырға кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы.

Facebook Twitter Livejournal ВКонтакт