Обычный вид

Яңылыҡтар

26.06.2018 15:09:00

«Росспецмаш» ассоциацияһы президенты Константин Бабкин менән эшлекле осрашыу

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә «Росспецмаш» ассоциацияһы президенты Константин Бабкин менән осрашты. Осрашыуҙа вице-премьер – Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты.

Яҡтар хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен, республикала илдең ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәрҙе субсидиялау федераль программаһын ғәмәлгә ашырыу барышын, яғыулыҡтың альтернатив төрҙәрен ҡулланыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Һуңғы ете йылда Башҡортостанда 25,6 миллиард һумға яҡынса 20 мең берәмек техника һәм ҡорамал һатып алынған, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Атап әйткәндә, республика программаһы буйынса 1,5 меңдән ашыу иген йыйыу комбайны, шул иҫәптән 1 300-ҙән ашыуы «Ростсельмаш» команияһында сығарылған.

– Беҙ – күләмле, һеҙҙең өсөн әһәмиәтле төбәк. Беҙ һеҙҙең менән төрлө программалар буйынса эшләргә, бергәләп үҫешергә әҙер, – тине Рөстәм Хәмитов.

Белешмә өсөн:

Рәсәйҙең махсус техника һәм ҡорамал етештереүселәр ассоциацияһы («Росспецмаш» ассоциацияһы) 187 предприятиены берләштерә, улар араһында ауыл хужалығы һәм төҙөлөш-юл техникаһы, аҙыҡ-түлек ҡорамалы, компоненттар, тағылмалар һәм ярымтағылмалар етештереүселәр бар. Уның эшмәкәрлеге дәүләт власы органдарында илдең махсуслаштырылған машиналар эшләү тармағы мәнфәғәттәрен яҡлауға, эске һәм тышҡы баҙарҙа продукцияны үҫтереүгә, техник стандарттар һәм регламенттар әҙерләүгә, экспертизаға, сығарылған техника һәм ҡорамалдың сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter