Обычный вид

Яңылыҡтар

14.06.2018 19:57:00

Өс йыл эсендә тиҫтәнән ашыу ҙур һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөргә ниәтләйбеҙ – Рөстәм Хәмитов

Өс йылда Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу ҙур һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөргә тейеш. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған йыйылышта ошо хаҡта белдерҙе.

2017 йылда һаулыҡ һаҡлау системаһына республика ҡаҙнаһынан 60,5 милилард һум йүнәлтелде, тип билдәләне төбәк етәксеһе. 2018 йылда был сумма яңы төҙөлөштәр иҫәбенә 68,5 миллиард һумға етә.

– Беҙҙә мөһим һаулыҡ һаҡлау объекттары, дауаханалар һәм поликлиникалар сафҡа индерелә, медицина үҙәктәре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Беҙ яңы төҙөлөш башлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Быйыл Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының яңы поликлиникаһы буйынса эштәр башлана. Был өр-яңы объект. Иҫке поликлиниканың ниндәй торошта булыуын яҡшы беләһегеҙ.

Башҡа мөһим объекттар иҫәбендә – кардиология үҙәге һәм онкология диспансерының яңы корпустары.

– Кардиология үҙәгенең хирургия корпусын төҙөй башлайбыҙ. Ҡиммәтле, ғәйәт ҙур төҙөлөш, ләкин, һис шикһеҙ, республикабыҙ өсөн бик кәрәкле. Үлемдең 40 проценттан ашыуы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү йәһәтенән нисек эшләүебеҙгә бәйле булыуын һәйбәт беләһегеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Киләһе йылда онкология диспансерының яңы корпусын файҙаланыуға тапшырабыҙ. Төҙөлөш тулы ҡеүәттә бара. Ғөмүмән, өс йылда тиҫтәнән ашыу ҙур объект төҙөргә ниәтләйбеҙ.

Бынан тыш, төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, быйыл республика райондарында 30 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу, алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн 20 күсмә медицина комплексы һатып алыу күҙаллана.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter