Обычный вид

Яңылыҡтар

09.06.2018 21:07:00

Сибайҙа автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыла

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Сибайға эш сәфәре барашында ҡалала газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөлөшө менән танышты. Уның етештереү ҡеүәте йылына 6,7 миллион кубометрға етер һәм объект тәүлегенә 270 автомобиль ҡабул итер тип күҙаллана. Төҙөлөш март айында башланды, сентябрҙә тамамланырға тейеш.

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Павел Романенков билдәләүенсә, Сибайҙағы газ тултырыу компрессор станцияһы – газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса республика программаһы сиктәрендә булдырырға күҙалланған алтауҙың беренсеһе. Ҡалған бишәүһен Дүртөйлөлә, Өфөлә, Нефтекамала, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарында төҙөү планлаштырыла. Шул рәүешле Башҡортостанда автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларының дөйөм иҫәбе 21-гә етә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter