Обычный вид

Яңылыҡтар

12.06.2018 07:01:00

Рөстәм Хәмитов республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы.

«Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн республика бөтә ил менән бергә дәүләт байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй.

Ул Ватаныбыҙ халыҡтарының уртаҡ яҙмышын һәм берҙәмлеген, Рәсәй дәүләтселегенең бай традицияларын кәүҙәләндерә, барыбыҙҙы ла ватансылыҡ һәм Тыуған илгә хеҙмәт итеү идеяһы тирәләй берләштерә.

Бөгөн Башҡортостан иҡтисадты һәм социаль өлкәне уңышлы үҫтерә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтә, ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра, ил етәкселеге ҡуйған яңы күләмле бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итергә ынтыла. Ижтимағи тотороҡлолоҡ, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡ, үҫешкән сәнәғәт, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт республикабыҙҙы Рәсәй дәүләтенең ышаныслы терәге итә.

Тыуған илдең именлеге һәр ҡайһыбыҙҙың тырышлығына, инициатива күрһәтеүенә һәм яуаплылығына бәйле. Был байрамды беҙ лайыҡлы уңыштар, илдең киләсәге өсөн тулы ышаныс менән ҡаршы алабыҙ.

Уртаҡ йортобоҙ – бөйөк Рәсәй тыныс булһын һәм сәскә атһын! Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!».

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter