Обычный вид

Яңылыҡтар

09.06.2018 15:22:00

Рөстәм Хәмитов «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумында сығыш яһаны

9 июндә Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Ул уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу мәсьәләләренә арналды.

Сарала Ырымбур губернаторы Юрий Берг, федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары вәкилдәре, Дәүләт Думаһы һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, күләмле предприятие етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Форумда инвестиция килешеүҙәрнә ҡул ҡуйылды. Ултырыш алдынан Рөстәм Хәмитов һәм Юрий Берг муниципаль берәмектәрҙең инвестиция мөмкинлектәренә арналған күргәҙмә менән танышты.

Үҙ сығышында республика етәксеһе Башҡортостанда бизнес алып барыу өсөн яҡшы шарттар булдырылыуын билдәләне.

– Ысынында заманса ҡануниәт булдырылған, кесе, урта һәм ҙур эшҡыуарлыҡҡа ярҙам институттары эшләй. Бөгөн беҙ эшләү өсөн яҡшы, тотороҡло шарттар тыуҙырҙыҡ. Республика үҫешә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә финанслау һәм эшҡыуарлыҡ, яңы төҙөлөштәр күҙлегенән мөмкинлектәр яҡшы. Ауыл хужалығы ла, торлаҡ төҙөлөшө лә тотороҡло үҫеш күрһәтә. Хеҙмәт хаҡы арта. Уҙған йылда эш хаҡы буйынса сикте – 30 мең һумды үттек. Әле ныҡлап 31 мең һумға еттек. Бының уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбән булыуы аңлашыла, ләкин Рәсәйҙе нефть һәм газ сығарыусы төбәктәр күтәрә. Хәйер, беҙҙә лә нефть бар, әммә ул Себер йәки Төньяҡ төбәктәрҙәге кеүек ҙур роль уйнамай.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ҡайһы бер муниципалитеттарҙа кесе эшҡыуарлыҡ өлөшөнөң бик яҡшы үҫеүен билдәләп үтте.

– Бөгөн беҙҙә 140 мең эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Эшлекле әүҙемлек индексы уртаса — 60,7 пункт, был – Рәсәйҙең тикшереү үткәрелгән 50-ләп төбәктәре араһында беренсе урын. Ләкин беҙ башҡа төбәктәрҙең дә беренсе урын өсөн көрәшеүен аңларға тейешбеҙ. Кесе эшҡыуарлыҡ үҙенең икенсе үҫеш варианттарын күрһәтергә тейеш икәнен аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә алдағы 3-4 йылда эшҡыуарлыҡта мәшғүл халыҡтың өлөшөн – 32-33 процентҡа, ә тулайым төбәк продуктын 36-37 процентҡа еткерергә кәрәк. Бөгөн был һан 30 процентҡа яҡын. Инститтутар булдырылған, ярҙам күрһәтәбеҙ һәм беҙҙең, шәхсән үҙем өсөн кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше, эшҡыуарҙарҙың уңышлы эшләүе бик мөһим фактор булып тора.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter