Обычный вид

Яңылыҡтар

08.06.2018 19:03:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

8 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, транспорт, ауыл хужалығы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралығы, фән һәм мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, физкультура һәм спорт өлкәләрендә эшләүсе 49 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

— Бөгөн был залда йыйылыусыларҙың һәр кеме төрлө наградалар менән бүләкләнә. Һеҙҙең өсөн был тантаналы, мөһим көн тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Сөнки наградаларҙы үҙ хеҙмәте менән эшмәкәрлегендә мөһим һөҙөмтәләргә өлгәшкән лайыҡлы кешеләр ала һәм, әлбиттә, бөтәһе лә ынтылырға тейеш йүнәлеште билдәләй.

Республика Башлығы тантанала ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотланы һәм эштәрендә артабан да уңыштар теләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter