Обычный вид

Яңылыҡтар

06.06.2018 22:19:00

Рөстәм Хәмитов республиканың социаль хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

6 июндә Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе тармаҡ вәкилдәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

1918 йылдың яҙында ойошторолған Социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты совет дәүләте сәйәсәтенә нигеҙ һалды, уның төп маҡсаты – һәр кешегә лайыҡлы тормош, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Артабанғы ун йыллыҡта граждандарҙың хеҙмәт, ял, һаулыҡты нығытыу, пенсия һәм социаль тәьминәт өлкәһендәге хоҡуҡтарын яҡлауҙың комплекслы системаһы булдырылды.

– Беҙҙең көндәрҙә республиканың социаль хеҙмәте иң яҡшы йолаларҙы һаҡлап ҡалды һәм әүҙем камиллашыуын дауам итә. Бөгөн пенсионерҙарға, инвалидтарға, йәштәргә, эшһеҙҙәргә социаль-көнкүреш, психолог-педагогик, реабилитация ярҙамы күрһәтеү яйға һалынған. Уҙған йылдан ғаилә сәйәсәтен координациялау ҙа уның төп йүнәлештәре иҫәбенә инә, – тине республика Башлығы. – Йыл һайын һеҙгә 1 миллион самаһы кеше мөрәжәғәт итә. 300 меңгә яҡыны дәүләттең даими күҙәтеүе аҫтында, уларҙың өстән бер өлөшө – оло йәштәгеләр һәм инвалидтар. Һеҙ сирлеләргә һәм ярлыларға, инвалидтарҙың социаль берләшеүенә, өлкәндәрҙең әүҙем ғүмер оҙайлығын арттырыуға булышлыҡ итәһегеҙ. Һеҙ уларға үҙҙәрен кәрәкле, уңышлы итеп тойоу мөмкинлеген бирәһегеҙ.

Республика етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы сығышында кеше тирәләй ҡоролған дәүләт сәйәсәтен, уның именлеген, мәнфәғәттәрен һәм талаптарын ил үҫешенең дүрт принциптары иҫәбенә индереүен иҫкә төшөрҙө.

– Йәмғиәттәге социаль тотороҡлоҡ күп осраҡта, ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең күмәк көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһе ул. Фиҙаҡәр һәм күп көс талап иткән эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт,  – тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы тармаҡ ветерандарын һәм министрлыҡ партнерҙарын – Пенсия фонды, Социаль страховкалау фонды, Медик-социаль экспертизаһының баш бюроһы, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы бүлексәләре хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. Улар ҙа һөҙөмтәле социаль сәйәсәт алып барыуҙа әүҙем ҡатнаша.

– Бөгөн беҙ һеҙҙең менән алғы сафта. Ҡайһы берҙә ауырға тура килә, көс етмәй, арыйбыҙ. Ләкин шул уҡ ваҡыттта кешеләрҙең беҙҙең ярҙамға мохтаж икәнлеген аңлайбыҙ. Улар беҙгә, һеҙгә, системаға, власть органдарына, эргәләрендәге кешеләргә ышана. Эшебеҙ бик яуаплы һәм мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ, ошо эште яҡшы, намыҫлы башҡарайыҡ. Кешеләргә ярҙам итәйек.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter