Обычный вид

Яңылыҡтар

06.06.2018 20:07:00

Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара экология форумында сығыш яһаны

6 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында үткән Халыҡ-ара экология форумдың пленар ултырышында сығыш яһаны.

8 июнгә тиклем дауам иткән форумдың программаһында 16-ға яҡын эшлекле сара ҡаралған, шул иҫәптән илдең төрлө төбәктәренән экология буйынса алдынғы белгестәр ҡатнашлығында панель фекер алышыу майҙансыҡтары һәм түңәрәк өҫтәлдәр. Бынан тыш, форум сиктәрендә «Планетаңды һаҡла» балалар фестивале, «Башҡортостандың тейелмәгән тәбиғәте» фотокүргәҙмәһе, «Донъяға тәҙрә» хәйриә акцияһы, «Республиканың 100 ҡатын-ҡыҙы: көс һәм наҙлылыҡ» фотопроектының дүртенсе бүлеге – «Бәхет өләшеүселәр» асыҡ экспозицияһы, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ өсөн лекциялар һәм семинарҙар үтә.

«Иң яҡшы технологиялар: экология йәки иҡтисад» пленар ултырышында сәнәғәт предпрятиеларының экологик сәйәсәте, «йәшел иҡтисад» үҫешенең иҡтисади дәртләндергес саралары, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә заманса проекттар мәсьәләләре ҡаралды.

Республика Башлығы III «Экология. Технологиялар. Тормош» махсуслаштырылған күргәҙмә экспозицияһы менән танышты, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар менән аралашты. Республика балалар экологик-биологик үҙәк стендында үҫмерҙәр өсөн «Экоүҫеш» гәзите күрһәтелгән. Уны «Иҡтисади журналистика мәктәбе» ҡатнашыусылары сығара. «Экоүҫеш» – балалар өсөн «Подрост» экологик гәзитенең дауамы. Уны ойоштороу башланғысын Рөстәм Хәмитов 1990-сы йылдарҙа Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм экологик именлек министры вазифаһында эшләгәндә хуплаған. Төбәк етәксеһе баҫманы яҡынлашып килгән 20 йыллығы менән ҡотланы һәм йәш журналистарға уңыштар теләне.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, экология һәм иҡтисад тормоштоң мөһим һәм ҙур өлөштәре. Шуға күрә уны бергә, айырмау ҡарау зарур.

– Республикала ошо терминдар бер нисек тә ҡапма-ҡаршы тормай. Беҙ – дәүләт власын, сәнәғәт предприятиеларын, бизнесты, фәнде күҙ уңында тотҡанда – «йәшел иҡтисад»тың сифатлы яңы экологик, хәүефһеҙ нигеҙен төҙөү өсөн бөтә юлдарҙы эҙләйбеҙ. Был бик ҡатмарлы, ҡайһы берҙә бәхәсле, ҡайһы саҡта драмалы юл, – тине республика етәксеһе.

Республика Башлығы әйтеүенсә, иҡтисади һәм экологик алымдарҙың осрашыуы йыш ҡына ҡотолғоһоҙ. Был осраҡта төбәк власы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарашына таяна.

— Ил Президенты Владимир Владимирович Путин бөтә оҡшаш осраҡтарҙа, мәҫәлән, Сочиҙа олимпия объекттарын төҙөгәндә, һәр саҡ «аҡса йәки экология» төшөнсәләренең өҫтөнлөгөн билдәләгәндә бер һүҙһеҙ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау файҙаһына эшләнергә тейеш тигән аңлатма бирә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан үҙенең инвестиция, иҡтисади сәйәсәтендә нәҡ ошо алымдарға таянып эш итә. Тағы бер ҡат ҡабатлайым: иҡтисад та, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҙа. Әммә һүҙ кешеләрҙең ғүмере тураһында барғанда, һис шикһеҙ, экологик нигеҙҙе һайлайбыҙ. Башҡортостан Республикаһында экологик яҡтан зыянлы етештереү урындары барлыҡҡа килеүгә, йәки ғәмәлдәге предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхиткә һәм граждандар һаулығына асыҡ хәүеф булдырыуына юл ҡуймайбыҙ тип яуаплы белдерәм. Был беҙҙең ҡаты һәм принципиаль ҡараш, унан тайпылмайбыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter