Обычный вид

Яңылыҡтар

05.06.2018 21:30:00

Рөстәм Хәмитов дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм сабыйҙар үлемен кәметеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

5 июндә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙың льготалы категорияларын дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм сабыйҙар үлемен кәметеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ, ведомство һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

 

Быйыл миңә граждандарҙан дарыу тәьминәте буйынса бик күп ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр килде, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

– Ябай кешеләр ҙә, инвалидтар ҙа, һирәк осрай торған сирҙәр менән яфаланғандар ҙа мөрәжәғәт итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Минең мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн 600-ҙән ашыу рецепт үтәлмәгән. Йәғни 600-ҙән ашыу кеше дарыуҙарын ала алмай. Һаулыҡ һаҡлау министры мине һәр дүшәмбе, бәлки, көн һайын хәлде яйға һалыу буйынса оператив кәңәшмәләр үткәрелә тип ышандырһа ла, әлегә хәл үҙгәрмәй. Ләкин һөҙөмтәләрҙе күрмәйем. Артабан түҙә алмайым. Ошо кәңәшмәнән һуң беҙҙең хәлде төҙәтеү һәм граждандарға дарыуҙар менән тәьмин итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтеү буйынса аныҡ план булырға тейеш.

***

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров халыҡтың льготалы категорияларын дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү юлдары хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, килеп тыуған хәлдең субъектив һәм объектив сәбәптәре бар.

Субъектив факторҙар иҫәбендә Рафаэль Яппаров әҙерләнгән конкурс документацияһының 2017 йылдың көҙөндә ҡабул ителгән дарыуҙар һатып алыуҙы уҙғарыу тураһында яңы норматив акттарға тап килмәүен; уны ваҡытында формалаштырмауҙы һәм өҙөклөктәргә юл ҡуйыуҙы, шулай уҡ дарыу препараттары буйынса йыйылма ихтыяжды боҙоуҙы телгә алды, был заказдар урынлаштырыуҙы тотҡарлауға алып килде. Тәртип боҙоуҙарға юл ҡуйған министрлыҡ һәм ведомство ҡарамағындағы учреждение хеҙмәткәрҙәре эштән бушатыуға тиклем административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн көн һайын оператив кәңәшмәләр уҙғарыла. Конкурс процедураларын үткәреү өсөн юл карталары төҙөлгән. Складта дарыу булмаһа, пациент профилле стационарға оҙатыла. Юл карталарына ярашлы бүленгән аҡсаға дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе июнь аҙағына тиклем тормошҡа ашырыу ҡаралған.

Бынан тыш, автоматлаштырылған программа индерелә, ул пациентты кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе күҙәтеп бара. Был система июль-августа уҡ 2019 йылға ғаризалар йыйыуҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Республика Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дарыуҙар һатып алыу процедураһын үткәреү йәһәтенән Иҡтисади үҫеш министрлығы менән үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтергә, башҡаса бындай хәл ҡабатланмаһын өсөн тейешле саралар күрергә күрһәтмә бирҙе.

Төбәк етәксеһе орфан сирҙәр менән яфаланған кешеләргә айырым иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләне.

– Кеше ғүмере хаҡында һүҙ барғанда, беҙ экономияларға тейеш түгел. Бының ҡиммәт икәнен аңлайбыҙ, ләкин төрлө хәл итеү юлдарын табырға, һәр кем менән айырым эшләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бер ҡасанда ҡабатланмаҫ ҡурҡыныс төш шикелле дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр тураһында оноторға тейешбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter