Обычный вид

Яңылыҡтар

04.06.2018 20:23:00

Рөстәм Хәмитов Сергей Семакка рәхмәт хаты тапшырҙы

4 июндә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Зенит» футбол клубының (Санкт-Петербург) баш тренеры Сергей Семак менән осрашты. Төбәк етәксеһе Сергей Семакка 2017/18 миҙгел йомғаҡтары буйынса тәүге тапҡыр Европа Лигаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған «Өфө» футбол клубының баш тренеры вазифаһында һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәтен белдерҙе. Рөстәм Хәмитов тренерға яңы клубта уңыштар теләне һәм уға республика Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Сергей Семак үҙ сиратында, «Өфө»лә эшләп, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алыуын билдәләне. Ул республика Башлығына һәм клуб етәкселегенә уға ышанғандары һәм команданың тренеры сифатында үҙен күрһәтергә мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Миҙгел тамамлағандан һуң барыһы ла бик тиҙ булды, әлбиттә. Башҡортостанды шулай тиҙ ҡалдырып китермен тик көтмәгәйнем. Бер аҙ һағыш бар: команданы, үҙем һәм ғаиләм өйрәнгән ҡаланы ҡалдырыу. Әммә аңлайым, был минең өсөн барыбер алға табан бер аҙым, – тине Сергей Семак. – Республика һәм футбол клубы етәкселегенә, көйәрмәндәр командаһына  ҙур рәхмәт. Команда Европа лигаһы квалификацияһында уйнарға лайыҡ. Клуб етәкселеген, коллективын, футболсыларҙы ҡотлайым. Был ошо этапта яҡшы һөҙөмтә. Ул футбол үҫешенә, яңы стадион төҙөлөшөнә, инфраструктураны яҡшыртыуға һәм көйәрмәндәр, журналистар – кемдәр футболға битараф булмағандар шулар яғынан иғтибарға этәргес булыр тип ышанам.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter