Обычный вид

Яңылыҡтар

01.06.2018 17:59:00

Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу ҡоролмаларын төҙөү барышы менән танышты

1 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу инженер ҡоролмаларын төҙөү барышы менән танышты. Был ҡала өсөн әһәмиәтле объект республиканың 100 йыллығына юбилей төҙөлөштәре исемлегенә индерелгән.

Яр буйын нығытыу гидротехник ҡоролмалар һәм автомобиль юлын төҙөүҙе, шулай уҡ биләмәне артабан төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала.

Гидротехник ҡоролмаларҙың беренсе сираты һәм Салауат Юлаев һәйкәленән «Йәшлек» бассейнына тиклем 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлы 2014 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Инженер ҡоролмаларының хаҡы 1,34 миллиард һум тәшкил иткән, шуның 1,12 миллиарды федераль ҡаҙнанан бүленгән. Юлдың хаҡы – 800 миллион һум, шул иҫәптән 200 миллионы – федераль аҡса.

Әлеге ваҡытта ярҙы нығытыу инженер ҡоролмаларын төҙөүҙең икенсе сиратының беренсе этабы тамамланған. Тиҙҙән бында «Йәшлек» бассейнынан Дуҫлыҡ монументы яғына 1 саҡрымлыҡ автомобиль юлын һалыу башлана, көҙөн биләмәне төҙөкләндереү күҙаллана.

Республика Башлығы гидротехник ҡоролмаларҙы ҡараны, төҙөлөш сифатын баһаланы һәм төҙөүселәргә башҡарған эштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

– Ошо эште башҡарғанығыҙ һәм уны дауам итеүегеҙ өсөн рәхмәт. Һис шикһеҙ, был республикала һәм Өфөлә йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яр буйына ҡарата төрлө баһалар булды, ләкин хәҙер уның ысынында бик матур килеп сығыуын күрәбеҙ. Бында төҙөкләндереү эштәрен дауам итәбеҙ. Киләһе йылда был ял итеү, күңел асыу, тәбиғәтебеҙ менән һоҡланыу өсөн шәп урын булыр.

Участкаларҙың береһендә яр буйын биҙәү варианттары күрһәтелгән: ландшафт дизайны башҡарылған, ҡояшта ҡыҙыныу урындары ҡуйылған, балалар өсөн күңел асыу комплексы, йәйге кафе ойошторолған. Быны асыҡ һауалағы шоу-рум тип әйтергә мөмкин. Өфөлә йәшәүселәр әлеге варианттарға баһа бирә, яңы идеялар тәҡдим итә һәм шул рәүешле яр буйын нығытыуҙа әүҙем ҡатнаша ала.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, төҙөлөш эштәрен дауам итеүгә ҡарамаҫтан, быларҙың барыһы ла эшләй башларға тейеш. Күп кимәлле яр буйының өҫтөнлөгө шунда.

– Барыһы ла эшләргә тейеш. Унда, әйҙә, төҙөһөндәр, ә бында ҡала халҡы ял итһен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Илдә ошондай күп кимәлле яр буйы юҡ. Минең күп ҡалаларҙа булғаным бар, ләкин һәр ерҙә лә, ҡағиҙә булараҡ, бер үк. Ә бында бөтөнләй икенсе күренеш асыла. Был – ҡаланың күркәм биҙәге.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter