Обычный вид

Яңылыҡтар

31.05.2018 14:30:00

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

31 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Республика етәксеһе төбәктә йәшәүселәр менән социаль өлкә, мәғариф һәм спорт мәсьәләләрен тикшерҙе.

Ҡырмыҫҡалы районынан Әхәт Нурушев төбәк етәксеһенә халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән инвалидтарға ярҙам итергә, уларға күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуҙа һәм тауарҙарын һатыуҙа булышлыҡ итергә һораны.

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының 2-се мәктәбе директоры Владимир Дедух менән Рөстәм Хәмитов уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙың ғәмәлдәге системаһын камиллаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Бынан алда республика Башлығының Миәкә районына эш сәфәре барышында ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатылғайны.

Башҡортостандың Байдаркала һәм каноэла ишеү һәм слалом федерацияһы етәксеһе Алексей Попов Ағиҙел йылғаһында ошо спорт төрө буйынса олимпия резервы мәктәбе өсөн базаны тергеҙеү тәҡдимдәрен индерҙе.

«Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр музейы директоры һәм инженер Айрат Сәйфуллин белем биреү үҙәген артабан үҫтереү буйынса пландары хаҡында һөйләне һәм ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн тейешле ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны.

Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына тейешле күрһәтмәләр бирелде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter