Обычный вид

Яңылыҡтар

31.05.2018 15:57:00

Евгений Маврин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән Евгений Маврин Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Белешмә өсөн:

Маврин Евгений Викторович 1964 йылдың 24 сентябрендә Өфөлә тыуған. 1986 йылда – Башҡорт дәүләт университетын, 2003 йылда Мәскәү иҡтисад, статистика һәм информатика институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары булып башлай.

1991-1994 йылдарҙа – студент йәштәр менән эшләү буйынса яуаплы ойоштороусы, уҡыусы йәштәр һәм пионерҙар менән эшләү буйынса комиссия аппараты етәксеһе, Башҡортостандың Демократик йәштәр союзы республика комитеты (ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитеты) мөдире, Башҡортостандың Студенттар союзы рәйесе.

1994-1996 йылдарҙа – Өфө финанс-иҡтисад колледжы директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.

1996- 2007 йылдарҙа – Бизнес-администрациялау идаралығының уҡытыуҙы ойоштороу бүлеге, бизнес-администрациялау бүлеге начальнигы, идаралыҡ начальнигы, Административ департамент директоры, «УралСиб» банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры.

2007- 2010 йылдарҙа – «ОЗНА-Менеджмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

2010-2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, министрҙың беренсе урынбаҫары, министр.

2012-2015 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.

2015 йылда – Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы.

2016-2018 йылдарҙа – «Арт-Өфө» мәҙәни-мәғариф үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter