Обычный вид

Яңылыҡтар

31.05.2018 18:47:00

Рөстәм Хәмитов эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй полицияһының 300 йыллығы менән ҡотланы

31 майҙа Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй полицияһының 300 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы коллективын байрам менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Бөгөн ил менән мөһим датаны – Рәсәй полицияһының 300 йыллығын билдәләйбеҙ. Һеҙҙе Ватан эске эштәр органдары тарихында ошо мөһим юбилей менән ҡотлайым! – тине Рөстәм Хәмитов. – Хоҡуҡ һаҡлау структуралары һәр саҡ дәүләт власын нығытыуҙа айырым роль уйнаны. Һеҙҙең хеҙмәт йәмғиәт өсөн иң мөһимдәрҙең береһе булды һәм шулай булып ҡала. Һеҙ төп ҡиммәттәрҙе – граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын, уларҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын һаҡлайһығыҙ. Тик яҡшы тәьмин ителгән, лайыҡлы кадрҙар менән тупланған, халыҡтың ышанысы менән файҙаланған эске эштәр органдары енәйәт менән уңышлы көрәшә, йәмәғәт именлеген тәьмин итә, граждандарҙы, бизнесты нигеҙһеҙлектән, коррупциянан һәм енәйәти баҫымдан яҡлай ала.

Республика Башлығы Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы хеҙмәт, һөнәри оҫталыҡ, енәйәт менән көрәштә етдиллек һәм батырлыҡ өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Эске эштәр министрлығында хеҙмәт – нигеҙҙә һәләтлелек буйынса һайлағандарҙың береһе. Нәҡ шундай батыр, антҡа һәм үҙ бурысын тоғро хеҙмәткәрҙәр Эске эштәр министрлығы системаһында эшләй. Ул дәүләт һәм йәмғиәт өсөн бик мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе эске эштәр органдары ветерандарының баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләне һәм республика иҡтисады үҫешенә туҡталды.

— Башҡортостан лайыҡлы рәүештә Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ышаныслы үҫешә. Уртаса эш хаҡы күтәрелә. Тотороҡло үҫеш сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә билдәләнде. Республика Рәсәй Президенты ҡуйған илдең технологик, социаль-иҡтисади алға китеш стратегик бурыстарын хәл итеүгә тотондо, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республиканың артабан да үҙ урынын нығытыуҙа, әлбиттә, һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙгә иҫәп тотабыҙ, хөрмәтле иптәштәр.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter