Обычный вид

Яңылыҡтар

30.05.2018 20:14:00

Рөстәм Хәмитов «Граждандар башланғысы» премияһы еңеүселәрен ҡотланы

30 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙған «Граждандар башланғысы» милли премияһының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.

«Граждандар башланғысы» премияһы 2013 йылда Граждандар башланғысы комитеты һәм Кудриндың граждандар башланғыстарын үҫтереү фонды тарафынан ойошторолған. Ул граждандар лидерҙарын, заманса Рәсәй йәмғиәтендә яңы шәхестәр эҙләүгә һәм уларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Премия йыл һайын 13 номинация буйынса тапшырыла. Уға дәғүә итеүгә конкурс төбәк һәм федераль этапта уҙғарыла. Быйыл ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан тәүге өс лидер-төбәк исемлегенә ингән.

Премия лауреаттарын бүләкләүҙә  Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Граждандар башланғысы комитеты ағзаһы Юлий Гусман ҡатнашты. Видеосәләмләү менән конкурсанттарға Комитет рәйесе Алексей Кудрин мөрәжәғәт итте.

— Был проект Читанан Калининградҡа тиклем 22 төбәкте үтте һәм үҙенең билдәлелеген иҫбатланы. Бөгөн ул бында, Башҡортостанға, килде, – тине Алексей Кудрин. – Тантанала Башҡортостан Республикаһынан 120-нән ашыу проект ҡатнаша. Бында донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгән иделяы кешеләр бар тип ҡыйыу әйтә алабыҙ. Беҙгә тиңләшерҙәй кешеләр бар һәм улар хаҡында бөгөн белербеҙ. Бөгөнгө тантананы уҙғарырға ярҙам иткән республика етәксеһенә, был байрамды яҡтыртҡан журналистарға һәм ярҙамға, дәртләндереүгә лайыҡ кешеләргә рәхмәтемде белдерәм.

— Был идея бөтә яҡтан да бик мөһим, айырыуса хәҙер, кеше тормошо өсөн бик ҡатмарлы, бер форманан икенсеһенә күскән ваҡытта. Бик ҡаты, ҡайһы берҙә аяуһыҙ баҙар иҡтисады үҙе өсөн өҫтөнлөклө итеп табышты һәм уңышты һайланы. Йыш ҡына кеше юғалып ҡала, үҙен таба алмай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә шул уҡ ваҡытта йәмғиәт үҙе тирәләй хәйриәлек, изгелек, рухи йылылыҡ, хөрмәт нигеҙе буйынса берләштергән кешеләрҙе талап итә. «Граждандар башланғысы» милли премияһы шундай кешеләрҙе, коллективтарҙы, берләшмәләрҙе эҙләй, иң мөһиме, таба.

120-нән ашыу йәмәғәт ойошмаһы конкурсҡа яҡшы һөҙөмтәләр һәм перспективалар менән етди, төплө, тәрән мәғәнәле эштәр тәҡдим иткән, тип билдәләне республика Башлығы.

— Конкурсты ойоштороусылар граждандар башланғысы республикала сағыу төҫтәр менән сәскә атыуын, йәшәүен һәм үҫешеүен күреп, ҡыуаныс кисерҙе тип ышанам. Беҙгә был ҙур шатлыҡ килтерә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн был сәхнәгә ошо премияға ысынлап лайыҡ кешеләр күтәрелә. Үҙенең эше, битараф булмауы менән лайыҡ. Эшегеҙ өсөн рәхмәтлемен. Бөгөн һәм даими эшемдә лә һеҙҙең менән йәнәш була алыуым миңә шатлыҡ килтерә. Беҙ осрашабыҙ, бергәләп эшләйбеҙ, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Граждандар башланғыстарын булдырыуға һәм бойомға ашырыуға йүнәлтелгән эшен дауам иткәндәргә уңыштар теләйем. Шуны белегеҙ, мин һәр саҡ һеҙгә ярҙам итәсәкмен. Һеҙҙең менән ғорурланам, хөрмәт итәм.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter