Обычный вид

Яңылыҡтар

30.05.2018 18:35:00

Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлий Гусман менән эшлекле осрашыу

30 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Граждандар башланғыстары комитеты ағзаһы Юлий Гусман менән осрашты. Өфөлә ул «Граждандар башланғыстары» милли премияһының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнаша.

Осрашыу барышында яҡтар республиканың ижтимағи-сәйәси үҫешен, мәҙәни проекттарға, ижтимағи башланғыстарға булышлыҡ итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Белешмә өсөн:

Граждандар башланғыстары комитеты – ул илде яңыса ҡороу һәм демократик институттарҙы нығытыу идеяһы тирәләй берләшкән белгестәр берләшмәһе. Уны ойоштороу тәҡдиме менән 2012 йылда Алексей Кудрин етәкселегендә Рәсәй сәйәсмәндәре, иҡтисадсылары, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре төркөмө сығыш яһаны.

2017 йылдан Комитет эшмәкәрлегенә Кудриндың граждандар башланғыстарын үҫтереү фонды булышлыҡ итә. Фонд Комитеттың ғилми-тикшеренеү, мәғлүмәт-аналитика һәм консультация эшенең ойоштороусыһы һәм администраторы булып тора.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter