Обычный вид

Яңылыҡтар

29.05.2018 23:27:00

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән эшлекле осрашыу

29 майҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың һәм Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровтың осрашыуы үтте. Республика сәнәғәтен, шул иҫәптән химия тармағын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Осрашыу барышында яҡтар ил өсөн стратегик мөһим продукцияны сығарыу кимәлен арттырыу, шулай уҡ ғәмәлдәге етештереү урындарын яңыртыу һәм яңыларын булдырыу тураһында килеште. Шул уҡ ваҡытта төбәктә экологик балансты һаҡлау мөһимлеге билдәленде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter