Обычный вид

Яңылыҡтар

28.05.2018 19:42:00

Вьетнамдың Рәсәйҙәге Илсеһе Нго Дык Мань менән эшлекле осрашыу

28 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Ислеһе Нго Дык Мань менән осрашыуы үтте. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Илдәребеҙ халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты, Советтар Союзы һәм Вьетнамдың үҙ-ара мөнәсәбәттәре тарихын хөрмәт итәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Рәсәй-Вьетнам хеҙмәттәшлеге стратегик партнерлыҡ сифатына эйә. 2019 йыл Вьетнамда Рәсәй һәм Рәсәйҙә Вьетнам йылы тип иғлан ителгән.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан-Вьетнам мөнәсәбәттәре нығына һәм үҫешә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Бариа-Вунгтау провинцияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Уҙған йыл аҙағында Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Вьетнамға барып ҡайтты.

— Республикала һөт комплекстары төҙөргә ниәтләнгән Вьетнамдың TH Group корпорацияһы менән уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә Евразия иҡтисади союзы һәм Вьетнам араһында ирекле сауҙа тураһындағы килешеүҙең мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Һис шикһеҙ, ул бөтә үҙ-ара сауҙа ҡатнашыусылары өсөн асҡан мөмкинлектәрҙе киңерәк ҡулланыу зарур.

Республика Башлығы алдағы йылдарҙа Башҡортостанда үтәсәк күләмле халыҡ-ара саралар хаҡында һөйләне һәм уларҙа Вьетнам делегацияһы вәкилдәрен ҡатнашырға саҡырҙы.

Нго Дык Мань әйтеүенсә, Илсе сифатында ул Рәсәй төбәктәре араһынан тәүгеләрҙән булып Башҡортостанға килгән.

 – Вьетнамдың һәм Рәсәйҙең мөнәсәбәттәре – үҫеш өсөн ҙур ынтылыш тигән фекер менән тулыһынса килешәм. Шуға илдәребеҙ араһында яйға һалынған үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә күтәрер өсөн бергә эшләргә тейешбеҙ, – тине ул. – Хеҙмәттәшлекте нығытыр өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар тип уйлайым. Ә Вьетнамдың ТН Group корпорацияһы бында ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра башлауы республикала инвестицияларға теләгән башҡа Вьетнам бизнесмендары өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы тураһында һөйләй.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан һәм Бариа-Вунгтау провинцияһы араһында аныҡ хеҙмәттәшлек планы әҙерләнә, уның делегацияһы быйыл республикаға килеүе ихтимал, тип һөйләне Илсе.

— Һеҙ бында йәшәгән Вьетнам граждандарына булышлыҡ итәһегеҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, улар бында элек студенттар, эшселәр сифатында килде. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң йәшәргә ҡалды, – тине Нго Дык Мань. – Ҙур ҡәнәғәтлек менән уларҙың бында яңы тормош башлауын билдәләйем. Уларҙың күбеһе Рәсәй граждандары булып китте һәм хәҙер иҡтисадығыҙ үҫешендә әүҙем ҡатнаша. Шуның өсөн Һеҙгә һәм республика Хөкүмәтенә оло рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ граждандарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдыраһығыҙ. Улар дәүләттәр араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн үҙенә бер төрлө күпер булып хеҙмәт итә тип уйлайым.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter