Обычный вид

Яңылыҡтар

24.05.2018 20:44:00

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында өҫтәмә килешеү төҙөлдө

24 майҙа Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында яңы проекттарға булышлыҡ итеү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы араһында өҫтәмә килешеү төҙөлдө. Ул былтыр июндә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса ҡул ҡуйылған килешеүгә өҫтәмә рәүешендә төҙөлдө. Документты төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева ҡултамғалары менән нығытты.

Килешеү республикала «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» проекты буйынса уңышлы практик исемлеген киңәйтә. Шуларҙың береһе – Свердлов өлкәһе тәҡдим иткән «1 000 лифт» губернатор программаһы. Ул республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла.

Документҡа ярашлы, киләсәктә инвалид-балалар һәм уларҙың ата-әсәләренә ярҙам итеү маҡсатынан уйлап табылған «Ял итеп алыу» исемле программаны, йәштәр фермер хужалыҡтары ойоштороуға булышлыҡ иткән «Агрополис», шулай уҡ «Ирекмән картаһы» һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелгән өлкәгә бизнесты йәлеп итеү проекттары тормошҡа ашырыласаҡ.

Белешмә өсөн:

«Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» - ул төрлө төбәктәрҙең иң яҡшы проекттарын туплаған онлайн-майҙансыҡ. Башҡортостандан бында «Янғынды иҫкәртеүсе ҡулайламаны һәр йортҡа таратыу», «Стартаптар автобусы» һәм «100-ҙө ал, 20-не ҡайтар» тигән проекттар индерелгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter