Обычный вид

Яңылыҡтар

24.05.2018 18:15:00

Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин менән эшлекле осрашыу

24 майҙа Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин менән осрашты.

Яҡтар быйыл 17-19 октябрҙә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге  Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың дүртенсе форумын үткәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Ошо көндәрҙә республика Башлығы уны уҙғарыу буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов һәм Сергей Катырин эшлекле сараны ойоштороу буйынса төрлө йүнәлештәрен барланы. Форум эшмәкәрлеген федераль майҙансыҡтарҙа яҡтыртыу килешелде.

– Беҙ һеҙҙең менән һөҙөмтәле эшләйбеҙ, тип әйткем килә. Хәл ителмәгән мәсьәләләр юҡ тиерлек. Был сараны юғары кимәлдә үткәрәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлыбыҙ.

Сергей Катырин, үҙ сиратында, Башҡортостан Башлығына республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыуы өсөн рәхмәтен белдерҙе.  

– Һеҙҙең ярҙам менән палата үҫешә, урынлы тәҡдимдәр менән сығыш яһай, – тине Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты. – Һеҙ ойошторған ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге Бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумын уҙғарыу йолаға әйләнде. Беҙ барлыҡ майҙансыҡтарҙа уның хаҡта белдерәбеҙ, коллегаларҙы Өфөгә саҡырабыҙ.  

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter