Обычный вид

Яңылыҡтар

24.05.2018 16:12:00

Башҡортостан Республикаһы һәм «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды

24 майҙа Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы һәм «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөлдө. Документты ҡул тамғалары менән төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм компанияның генераль директоры Сергей Когогин нығытты.

Документ яҡтарҙың Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан «КАМАЗ» предприятиеларын һөҙөмтәле үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Эшмәкәрлекте саралар планы сиктәрендә алып барыу ҡарала. Уға ярашлы, берлектәге эшсе төркөм ойоштороуҙы, «Туймазы бетон ташыусы машиналар заводы» һәм «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең үҫеш буйынса программаларын Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереүҙе, шулай ошо маҡсатта республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды тарафынан займ биреүҙе күҙаллай.

Бынан тыш, республика юлдарында хәүефһеҙлек сараларын һәм тирә-яҡты мөхитте һаҡлауға, пассажир һәм йөк ташыу транспорт паркын яңыртыу, автомобиль техникаһын һатыу буйынса үҙәктәрҙе һәм автокомпоненттарҙы етештереүселәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы төбәк дәүләт программаларына индереү мөмкинлеген ҡараясаҡ.

Килешеү 2020 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөгөнгө килешеү киләсәктә заводтың етештереү ҡеүәтен арттырыуға, яңы төр продукцияның барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәсәк.

– Беҙ сәнәғәт предприятиеларының үҫешеүен күрәбеҙ. Инвестициялар йүнәлтелә, яңы производстволар барлыҡҡа килә. Бер һүҙ менән, барыһы ла быға тиклем билдәләнгән килешеүҙәргә ярашлы башҡарыла, – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөн беҙ киләсәккә табан тағы ла бер яҡшы аҙым яһаныҡ.

Сергей Когогин белдереүенсә, компания өсөн Башҡортостан майҙансығы мөһимлеге буйынса Яр Саллынан ҡала икенсе урында урынлашҡан. Унда 8 меңдән ашыу хеҙмәткәр эш урыны менән тәьмин ителгән.

– Был килешеүҙе  хеҙмәттәшлекте һәм инвестиция эшмәкәрлекте киңәйтеүгә йүнәлтәбеҙ, –  тине генераль директор. – Хәҙер ваҡыт тиҙ алмашына, һәм урындағы властың предприятиены дөрөҫ йүнәлештә үҫтереүебеҙгә ышанысы булырға тейеш. Ә беҙ инвестиция әүҙемлегебеҙҙә ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләйбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter