Обычный вид

Яңылыҡтар

24.05.2018 09:11:00

Рөстәм Хәмитов Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан делегацияһын етәкләй

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XXII Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй. Форум 24-26 майҙа уҙа.

Республика етәксеһе форумдың пленар ултырышында, энергетик панель сессияла ҡатнаша, шулай уҡ «Рәсәй төбәктәре экспорты – яңы сиктәрҙе артылып» эшлекле фекер алышыуҙа сығыш яһай.

Форум барышында ҙур компаниялар, сәнәғәт предприятиелары һәм ойошмалар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә һәм инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Делегацияның эш программаһында эшлекле осрашыуҙар, панель сессиялар, милли проекттарҙы бойомға ашырыу, Рәсәй төбәктәренең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәтен арттырыу, яңы дәүләт идараһы механизмдарын индереү, технологик яҡтан үҫеште тәьмин итеү өсөн фән ҡаҙаныштарын файҙаланыу кеүек төбәктәрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу ҡаралған.

Белешмә өсөн:

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы 1997 йылдан ойошторола. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты патронаты аҫтында уҙа. Егерме йыл эсендә форум эшлекле даирә вәкилдәренең аралашыуы, Рәсәй, үҫешеүсе баҙарҙар һәм донъя алдында торған төп иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн алдынғы донъя майҙансығына әүерелде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter